Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Апрель 2023, 16:50

Электр станциялары яңыртыласаҡ

Башҡортостандың электр селтәрҙәре комплексына инвестициялар 12 процентҡа артҡан.

Электр станциялары яңыртыласаҡ
Электр станциялары яңыртыласаҡ

Республикабыҙҙың электр селтәрҙәре комплексына инвестициялар йылына ете миллиард һумдан артып киткән. 2021 йыл менән сағыштырғанда үҫеш 12 процент тәшкил иткән. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары алдындағы йыллыҡ отчет менән сығыш яһағанда әйтте.

-Республика Башлығының 310-сы указы йүнәлешен тулыһынса үтәнек. Әле Сибайҙа 500 киловольтҡа яңы ярҙамсы станция төҙөүҙе башларға торабыҙ.Төҙөлөш эштәрен 4-се кварталда башлаясаҡбыҙ һәм 2026 йылға тиклем тамамлаясаҡбыҙ, -тине Министрҙар кабинеты етәксеһе.

 Был иһә Урал аръяғында  энергия менән тәьмин ителеште генә көсәйтеп ҡалмаясаҡ, был төбәккә инвестиция йәһәтенән дә ҡыҙыҡһыныуҙы күтәрәсәк.

 Республикала генерациялаусы ҡеүәттәрҙе яңыртыу ҙа дауам итә. Федераль программа сиктәрендә киләһе 10 йылда төбәктең алты эре электр станцияһы яңыртыласаҡ. Төҙөкләндереүҙән һуң тәүге объект - Ҡарман ГРЭС-ы энергоблогы былтыр декабрь айында файҙаланыуға тапшырылды.

 Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас