

Өфөлә төҙөләсәк «РВ-1» радиоэлектроника технопаркының потенциаль резиденттары - Өфө, Минск, Санкт-Петербург компаниялары. Технопарк проекты Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында федераль финанс ярҙамы алыуға һайлап алыуҙы уңышлы үтте. Уны булдырыуға федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 1,2 миллиард һум аҡса һалыу күҙаллана.
Башҡортостан парламентарийҙары алдында йыллыҡ отчет менән сығыш яһағанда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ошо хаҡта һөйләне. «РВ-1» радиоэлектроника технопаркы проекты электрон сәнәғәт өлкәһендә объекттар төҙөүҙе күҙ уңында тота. 2030 йылға 370 эш урыны булдырыу, потенциаль резиденттарҙың радиоэлектроника сәнәғәте продукцияһын тулайым сығарыу 3,6 миллиард һумдан ашыу тәшкил итеүе күҙаллана.
Башҡортостан «Университет технологик эшҡыуарлығы платформаһы» федераль проекты сиктәрендә конкурс еңеүселәре иҫәбенә инде һәм 2022 йылда төбәктә университет стартап-студияһы барлыҡҡа килде. Алдағы өс йылда уны үҫтереүгә 300 миллион һум йәлеп ителәсәк. Стартап-студия университет эшләнмәләре һәм республиканың сәнәғәт индустриаль майҙансыҡтары, технопарктар һәм кластерҙар араһында бәйләүсе звено булырға тейеш.
Был эштең һөҙөмтәләре федераль кимәлдә лайыҡлы баһаланды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе. Төбәк ике йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урынды биләй.
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20594/