Иҡтисад
6 Апрель 2023, 07:15

Төбәктә юлдар яҡшыра

Башҡортостанда төбәк юлдарын нормативтарға ярашлы хәлгә килтереү буйынса һөҙөмтәләр Рәсәйҙең уртаса статистик күрһәткестәрен ете процентҡа тиерлек уҙып киткән.

Төбәктә юлдар яҡшыраТөбәктә юлдар яҡшыра
Төбәктә юлдар яҡшыра

2022 йыл йомғаҡтары буйынса төбәк әһәмиәтендәге юлдар 1,1 процентҡа артып, 56,7% тәшкил иткән.

Быйыл Өфөлә «Көньяҡ ҡапҡа» биҫтәһендә торлаҡ төҙөлөшөн ғәмәлгә ашырыу башланды. Уның сиктәрендә баш ҡаланың көньяҡ инеү юлында урам-юл селтәрен реконструкциялау буйынса эштәр алып барыла, шулай уҡ күп кеше һыйҙырышлы автобустар һатып алынған.

- «Көньяҡ ҡапҡа» проекты сиктәрендә инвестициялар күләме 16 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Ул Пугачев урамын реконструкциялауҙы һәм генерал Рыленко урамын транспорт айырсаһы менән бергә төҙөүҙе күҙ уңында тота. Был объекттарҙы 2024 йылда сафҡа индереү планлаштырыла, - ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. - Бынан тыш, был саралар Өфөгә нигеҙ һалыуҙың 450 йыллығын байрам итеүгә арналған объекттар исемлегенә индерелгән.

Ағымдағы йылда Өфөнөң Көньяҡ урау юлын һәм Кузнецов затонындағы күпер-үткәүелен проектлауҙы тамамлау күҙаллана. Инвестициялар күләме яҡынса 38 миллиард һум тәшкил итә.

2023 йылда Зинин ауылында транспорт айырсаһын төҙөү дауам итә. Был объектта М-5 «Урал» автомобиль юлындағы транспорт айырсаһынан Нуғай шоссеһы менән тоташҡан урынға тиклем автомобиль юлы төҙөлә, ер ҡатламын түшәү буйынса эштәр башҡарыла. Планлаштырылған 530 000 кубометр ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһының 363 000-е объектҡа килтерелгән.

Башҡортостан тарихында иң ҙур транспорт проекты - Көнсығыш сығыу юлын төҙөү дауам итә (төҙөлөш 1992 йылда башланған). Проектты тормошҡа ашырыу ҡала юлдарына көсөргәнеште кәметәсәк һәм М-5 «Урал» трассаһына өҫтәмә сығыуҙы тәьмин итеп, транспортты үткәреү һәләтен арттырасаҡ.

Тимер юл инфраструктураһын үҫтереү буйынса эш дауам итә. Урал тау-металлургия компанияһы менән берлектә «Сибай-Подольск-Новорудная» тимер юл линияһы төҙөлөшөн техник-иҡтисади нигеҙләү эштәре тамамланды. Шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте менән Өфө өсөн мөһим булған Өфө тимер юл ҡулсаһы проекты тикшерелә. 2023 йылда финанс моделен әҙерләүҙе тамамлау һәм проектты артабан тормошҡа ашыра башлау күҙаллана.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20592/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас