

Башҡортостан Хөкүмәте белдереүенсә, былтыр республиканың аграр комплексы тауар етештереүҙә рекордлы күрһәткестәргә өлгәште. Ошо турала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы сығышында Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров әйтте.
“Ауыл хужалығын үҫтереү былтыр Хөүмәт эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе булды”, – тине ул. – “Ауыл хужалығы продукцияһы 247 миллиард һумлыҡ етештерелде, был 2021 йылғы кимәлде 28 процентҡа ашып китә”.
Үткән йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан иген етештереүҙә Рәсәйҙең иң алдынғы 10 төбәге иҫәбенә инде. 2021 йылғы ҡоролоҡтан һуң мал һаны ла элекке хәленә ҡайтарылды, ит һәм һөт етештереү йылдам арта бара.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.