Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Zoomlion ҡытай компанияһының сит илдәге подразделениеһының генераль директоры Синхуа Чжан менән осрашты.
Транснационал сәнәғәт холдингы – донъяла ауыл хужалығы, төҙөлөш, автомобиль юлы техникаһы етештерә. Рәсәйҙә ауыр машина йыйыу тураһында һөйләшеү булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, белорус машина төҙөлөшө менән Zoomlion эшенең тәжрибәһен өйрәнгән. Улар яңы производствоны барлыҡҡа килтереүгә һәм хеҙмәттәшлеккә әҙер. Беҙҙең уртаҡ эш өсөн ҙур потенциал бар.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.