

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостандың 2022 йылғы тышҡы иҡтисади бәйләнештәр эшмәкәрлеге йомғаҡтары тураһында сығыш яһаған. Былтыр Башҡортостандың 1 182 кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, ул экспортер дөйөм һанының 93 процентын тәшкил итә, экспорт эшмәкәрлекте тормошҡа ашырған. Был – 2021 йыл менән сағыштырғанда 33,5 процентҡа күп тигәнде аңлата.
– Ҡаты санкциялар сикләүе шарттарында Башҡортостан Хөкүмәте экспорт потенциалын нығытыу, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр географияһын киңәйтеү һәм тышҡы сауҙа әйләнешен арттырыу йәһәтенән әүҙем эшләгән, – тине Андрей Назаров. – Беҙ 112 ил менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. 2021 йыл менән сағыштырғанда, ошо илдәр менән тышҡы сауҙа әйләнеше, 10,5 процентҡа артҡан.
Андрей Назаров әйтеүенсә, Башҡортостандың сит ил вәкиллеге селтәрен ярайһы киңәйткәндәр. Улар сит илдә Рәсәйҙең сауҙа вәкиллеге составында эшләй. Уларҙың география эшмәкәрлеге биш илде үҙенең эсенә ала. Белоруссия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Ҡытай шуға асыҡ миҫал. Улар менән емешле эшләү һөҙөмтәһендә 8,9 миллиард һумлыҡ уртаҡ проекттар тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.