2023 йылдың 29 мартында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәттең 2022 йылғы эшмәкәрлек һөҙөмтәһе тураһында депутаттар алдында отчет менән сығыш яһаны.
– Былтыр һалым сәйәсәте өлкәһендә ваҡытлы ҡарарҙар ҡабул итеү һәм өҫтәмә табыш сығанаҡтарын эҙләп табыу бизнестың эшлекле әүҙемлеген һаҡларға, социаль өлкәләге кире тенденцияларға ҡаршы торорға ярҙам итте. Рәсәйҙең бюджет системаһына республика биләмәһенән 586 миллиард һум килем күсерелде, – тине Андрей Назаров.
Шуларҙан республиканың консолидацияланған бюджетына һалым һәм һалымға ҡарамаған 231 миллиард һум килем, шул иҫәптән республика ҡаҙнаһына 181 миллиард һум, урындағы бюджеттарға 50 миллиард һум аҡса килде. Федераль үҙәктән 98 миллиард һум аҡса күсерелде.
– Беҙҙең консолидацияланған бюджетҡа бөтәһе 330 миллиард һумға яҡын аҡса килде. Шуныһы мөһим, беҙ үҙебеҙҙең килем базаһын үҫтереү, шулай уҡ үҫеш өсөн федераль ресурстарҙы йәлеп итеү буйынса системалы эште ойоштора алдыҡ, – тип билдәләне Андрей Назаров.
Бынан тыш, 2022 йылда республика тарафынан 7,4 миллиард һумлыҡ федераль инфраструктура бюджет кредиты алынды. Средстволар Өфөнөң “Южные ворота” комплекслы торлаҡ төҙөлөшө һәм Нефтекама ҡалаһы биләмәһен комплекслы үҫтереү проекттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелде.
– Республиканың 2022 йылғы консолидацияланған бюджет сығымдары 343 миллиард һум тәшкил итте. Шуның менән бергә 70 проценттан ашыуы ғәҙәттәгесә социаль йүнәлешкә тотонолдо. Был маҡсатҡа 244 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлттек, - тине Хөкүмәт етәксеһе.
Геосәйәсәт хәл һәм санкциялар ҡабул ителгән йөкләмәләр үтәлешенә йоғонто яһай алмаған, пландағы сығымдар күләме былтыр 33 миллиард һумға тиерлек арттырылған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса 33 ярҙам сараһы билдәләнгән.
–Башҡортостан Башлығының Яңы йыл алдынан мобилизацияланған граждандарға һәм уларҙың ғаиләләренә 20-шәр мең һум түләүҙәр биреү тураһындағы ҡарары бик мөһим булды. Беҙ оператив рәүештә был маҡсатҡа өҫтәмә ассигнование таба алдыҡ, – тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.– Айырыуса һаулыҡ һаҡлау системаһына иғтибар арттырылды. 2022 йылда 55 модулле ФАП файҙаланыуға тапшырылды. 3143 дана медицина ҡорамалы алынды, 15 медицина учреждениеһында 28 объектҡа капиталь ремонт яһалды, 90 еңел автомобиль алынды.
Төрлө ауырлыҡтарға, санкцияларға ҡарамаҫтан, 2022 йылда республикаға бюджет балансын тәьмин итергә, тәү сираттағы йөкләмәләрҙең үтәлешен тотороҡло һаҡларға мөмкин булды.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.