Иҡтисад
7 Апрель 2023, 11:30

Инвестиция күләмен 650 миллиард һумға еткереү планлаштырыла

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы сығышында әйтеүенсә, был инвестиция күләме ике меңдән ашыу эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Инвестиция күләмен 650 миллиард һумға еткереү планлаштырылаИнвестиция күләмен 650 миллиард һумға еткереү планлаштырыла
Инвестиция күләмен 650 миллиард һумға еткереү планлаштырыла

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы сығышында әйтеүенсә, был инвестиция күләме ике меңдән ашыу эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Башҡортостанда махсус иҡтисади зоналар биләмәһен киңәйтеү эше лә йәнле бара.  Былтыр шулай уҡ игенде йыйып алғандан һуң эшкәртеү ҡорамалдары етештереү буйынса завод төҙөлә башланы. Был эште Өфө индустриаль парк майҙансығында Белоруссияның “Амкадор” компанияһы башҡара, предприятие июндә сафҡа инергә тейеш.

Парламент ултырышында Премьер-министр  республика алдында Инвестиция климаты буйынса милли рейтингта тәүге өс төбәк иҫәбенә инеү бурысы ҡуйылыуын иҫкә төшөрҙө. Башҡортостанда инветсиция йүнәлтеүҙең йыллыҡ күләмен 650 миллиард һумға еткереү планлаштырыла.

Башҡортостанда преференциаль зоналарҙың ҙур һорау менән файҙаланыуы тураһында улытырышта Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне. Ул билдәләгәнсә, инвесторҙарҙа был алым ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Былтыр, мәҫәлән, төбәктең өҫтөнлөклө үҫеш биләмәләрендә 14,5 миллиард һумлыҡ проекттары булған 29 резидент теркәлгән.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас