

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яңы яҙма менән уртаҡлашты.
«Яңы кешеләр» парламент партияһы етәксеһе Алексей Нечаев менән осраштым.
Был илдәге иң йәш партияларҙың береһе һәм уның составында эшҡыуарҙар күп, шуға күрә республиканың бизнес-берләшмә вәкилдәрен осрашыуға саҡырыуҙы маҡсатҡа ярашлы тип иҫәпләйем. Һөйләшеү һөҙөмтәле булды, Алексей Геннадьевич менән бергә бөтә көнүҙәк һорауҙарға яуап бирергә тырыштыҡ.
Бөгөн эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә һәм уға ярҙам итеүгә, административ баҫымды кәметеүгә, дөйөм алғанда, эшлекле һәм инвестиция мөхитен яҡшыртыуға өҫтөнлөк бирелә. Һуңғы бер нисә йылда беҙ был йүнәлештәргә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Коронавирус пандемияһы, санитар баҫым, һис шикһеҙ, үҙ төҙәтмәләрен индерҙе, әммә беҙ ошо саҡырыуҙарҙы ярайһы уҡ уңышлы үтә алдыҡ.
Бөгөн эшҡыуарҙарҙың инвестиция һалырға һәм перспективалы йүнәлештәрҙе үҙләштерергә ынтылыуы мөһим. Системалы рәүештә контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген реформалау өҫтөндә эшләйбеҙ. Тикшереүҙәр иҫәбен 2,5 тапҡырға кәметеүгә өлгәшелде.
Төбәктә сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм торлаҡ төҙөлөшөндә ыңғай динамика тәьмин ителгән. Бер нисә йыл рәттән Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингының тәүге биш төбәге иҫәбенә инәбеҙ. Ике йыл дауамында сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелек рейтингын етәкләйбеҙ. Яңы булдырылған индустриаль һәм технопарктар һаны буйынса тәүге өсәү иҫәбендәбеҙ.
Бергәләп бөтә саҡырыуҙарҙы үтәрбеҙ һәм Башҡортостанды йәшәү өсөн иң яҡшы төбәк итербеҙ тип ышанам!” – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com/wall555400080_5427