Иҡтисад
8 Апрель 2023, 11:00

Өфө таҙара, матурлана

“Беҙ Өфө ҡалаһы хакимиәте менән баш ҡаланы 10 апрелгә тиклем таҙалап бөтөү тураһында килештек", - тип яҙҙы Радий Хәбиров. 

Өфө таҙара, матурланаӨфө таҙара, матурлана
Өфө таҙара, матурлана

8 апрелдә Өфө ҡалаһы буйынса эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡалала санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм соҡорҙарҙы ямау эштәренең барышы менән танышты.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев һүҙҙәренсә, барлыҡ муниципаль ойошмалар һәм сауҙа предприятиелары санитар таҙартыуға йәлеп ителгән. Санитар өмәләрҙә республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, Өфө һәм район хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнаша.

- Эшегеҙ өсөн рәхмәт. Артабан да республиканың коммуналь хеҙмәттәренә кәрәкле техника һатып аласаҡбыҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Уларҙа таҙа һәм уңайлы булһын өсөн ҡала урамдарында һәм ихаталарында тиҙ арала тәртип булдырыу мөһим. Был бурысты күмәкләп үтәргә кәрәк.

Өфө хакимиәте башлығы санитар айлыҡ ваҡытында урамдарҙа соҡорҙарҙы ямау, ихаталарҙы һәм йәмәғәт урындарын тәртипкә килтереү тураһында һөйләне.

- Ҡыштан һуң юлдар торошо шәптән түгел. Беҙ ҡыҙыу асфальтҡа күстек тә инде, көн һайын 15 бригада соҡорҙарҙы ямау менән шөғөлләнә. Эштәр һәйбәт темптар менән бара, - тип һөйләне Ратмир Мәүлиев.

Шулай уҡ ҡалала яңы автобус туҡталыштары урынлаштырыла башланы. 2023 йылда 30-лаған йылы туҡталыш павильонын яңыртыу күҙаллана. Йәйге осорҙа унда кондиционерҙар эшләйәсәк, ә ҡышын улар йылытыласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ошо хаҡта яңы яҙма менән дә уртаҡлашты.

“Беҙ Өфө ҡалаһы хакимиәте менән ҡыштан һуң ҡаланы 10 апрелгә тиклем таҙалап бөтөү тураһында килештек. Бөгөн күреүебеҙсә, коммуналь хеҙмәткәрҙәр һәм ҡала халҡы өмәгә сығып, баш ҡаланы тәртипкә килтерә.

Ҡала һәм райондар өсөн һатып алған белорус техникаһын ғәмәлдә һынап ҡараныҡ. Уларҙа эшләгән водителдәрҙең фекерен тыңланым. Техника ышаныслы, оҡшай, ти улар.

Был – Өфө буйлап шәмбе эш сәфәренең тәүге объекты. Программа ҙур, яйлап барыһы тураһында ла һөйләрмен”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.  

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/radiyhabirov

Өфө таҙара, матурлана
Өфө таҙара, матурлана
Өфө таҙара, матурлана
Өфө таҙара, матурлана
Өфө таҙара, матурлана
Өфө таҙара, матурлана
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас