29 мартта Башҡортостан парламентының 52-се ултырышында республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәтенең 2022 йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса доклад менән сығыш яһаны. Министрҙар кабинеты етәксеһе төбәктең инвестиция мөхите тураһында һөйләне.
Былтыр республика Хөкүмәте эшлекле мөхитте яҡшыртыу һәм инвестиция әүҙемлеген дәртләндереү буйынса эште дауам итте, тип билдәләне Андрей Назаров.
- Беҙ алдыбыҙға амбициялы маҡсат ҡуйҙыҡ – 2024 йылға тиклем йыл һайын 500 миллиард һумдан кәм булмаған инвестициялар йәлеп итеү. Был бурысты беҙ графиктан алда үтәнек. Төбәккә инвестициялар күләме 512 миллиард һум тәшкил итте, - тип хәбәр итте Министрҙар кабинеты етәксеһе.
Премьер-министр, төбәктә Төбәк инвестиция стандарты индерелде һәм бик яҡшы эшләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостан икенсе тапҡыр рәттән Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында алдынғы биш төбәк иҫәбенә инде. Йыл аҙағында капитал һалыуҙарҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһында федераль килешеү төҙөүгә тәүге ғариза бирелде. Ул файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһендә 70 миллиард һумлыҡ инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота.
- Бында республика Башлығының Инвестиция сәғәттәре ныҡ һөҙөмтәле майҙансыҡ булып сығыш яһай. Уҙған йылда уларҙа 150 миллиард һумға 100-ләгән проект ҡаралған. Дөйөм алғанда, дүрт йылда 500-гә яҡын проект старт алған. Күрһәтелгән инвестициялар күләме триллионлы билдәгә яҡынлашты, - тине Андрей Назаров.
Хөкүмәт Рәйесенең һүҙҙәренсә, 58 меңгә яҡын эш урыны булдырыу ошо яйға һалынған эштең һөҙөмтәһе буласаҡ.
Сығышы аҙағында Андрей Назаров йәнә бер тапҡыр төп маҡсаттың үҙгәрешһеҙ ҡалыуын билдәләне. Ул – Башҡортостанды йәшәү өсөн иң яҡшы төбәк итеү.
Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru