Иҡтисад
8 Апрель 2023, 17:15

Республикабыҙҙа ҙур форумдар даими үтә

Башҡортостанда 2022 йылдағы конгресс-күргәҙмә эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. 

Республикабыҙҙа ҙур форумдар даими үтәРеспубликабыҙҙа ҙур форумдар даими үтә
Республикабыҙҙа ҙур форумдар даими үтә

Былтыр Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы, Беренсе «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы, Бөтә Рәсәй күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр үҙәктәре форумы, «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы» форумы, «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе, Агросәнәғәт форумы - 2022 һ.б. эре халыҡ-ара саралар үткән. Республика  Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәк Хөкүмәтенең үткән йылдағы эшмәкәрлек отчетына ярашлы Башҡортостанда 2022 йылдағы конгресс-күргәҙмә эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

- Республика бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлендәге байтаҡ күләмле саралар уҙғарыу майҙансығына әүерелде. Уҙған йылда беҙ уларҙы 60-лап үткәрҙек, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Башҡортостанда уҙғарылған форумдарҙа йыл һайын ҙур инвестиция килешеүҙәре, шулай уҡ хеҙмәттәшлек тураһында һәм экспорт килешеүҙәре төҙөлә. Әүҙем конгресс-күргәҙмә эшмәкәрлеге ҡунаҡхана өлкәһе предприятиеларының тәьмин ителешен арттырырға мөмкинлек бирә һәм ваҡиғалар туризмы үҫешенә булышлыҡ итә.

- Уларҙың барыһы ла һиҙелерлек социаль-иҡтисади һөҙөмтә бирә. Шулай итеп, һуңғы 4 йылда Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы даирәләрендә генә 200 миллиард һумдан ашыу суммаға хеҙмәттәшлек һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында 85 килешеүгә ҡул ҡуйылған. Ә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында, мәҫәлән, 24 илдән 3 меңдән ашыу ҡатнашыусы булған. 93 миллиард һумлыҡ 55 килешеүгә ҡул ҡуйылды, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас