Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров «Яңы кешеләр» парламент партияһы етәксеһе Алексей Нечаев менән осрашыу үткәрҙе. Сарала шулай уҡ төбәктең эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашты.
Андрей Назаров әйтеүенсә, «Яңы кешеләр» парламент партияһы эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү, уға административ баҫымды кәметеү һәм, ғөмүмән, илдә эшлекле һәм инвестицион мөхитте яҡшыртыуға бәйле мәсьәләләр менән туранан-тура шөғөлләнә. Тап шуға күрә республиканың бизнес вәкилдәрен йыйырға ҡарар ителде лә инде.
- Башҡортостан һуңғы осорҙағы саҡырыуҙарҙы ярайһы уҡ уңышлы еңеп сыҡты. Төбәктә сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм торлаҡ төҙөлөшөндә ыңғай динамика тәьмин ителгән. Бер нисә йыл рәттән Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингының тәүге биш төбәге иҫәбенә инәбеҙ. Ике йыл дауамында сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелек рейтингын етәкләйбеҙ. Яңы булдырылған индустриаль һәм технопарктар һаны буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инәбеҙ, - тине Премьер-министр.
Андрей Назаров күп федераль рейтингтарҙа республиканы алдынғы итергә ярҙам иткән дүрт пунктты атаны. Улар араһында: иҡтисадты адаптациялау һәм тотороҡлоғон тәьмин итеү; инвестиция эшмәкәрлеген дәртләндереү; бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам; бизнесҡа административ баҫымды кәметеү.
Алексей Нечаев үҙ сығышында «Яңы кешеләр» партияһы составында бизнес вәкилдәренең күп булыуын һәм бындай форматта осрашыуҙарға бик шат икәнен һәм Башҡортостан эшҡыуарҙарын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға һәр ваҡыт яуап бирергә әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республикала ул икенсе тапҡыр һәм төбәккә һәр визиты халыҡ тарафынан йылы ҡабул ителеүе һәм сағыу ҡояшлы көн менән оҙатылыуы хаҡында ла әйтеп үтте ҡунаҡ.
Һөҙөмтәле осрашыуҙы тамамлап, Андрей Назаров, республикала инвестиция мөхитен яҡшыртыу өлөшөндә уңыштар һис шикһеҙ бар, ә килеп тыуған мәсьәләләр эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән берлектә хәл ителә, тип билдәләне.
- Бергәләп бөтә саҡырыуҙарҙы үтәрбеҙ һәм илебеҙҙе – сәскә атыусы дәүләт, ә Башҡортостанды тормош өсөн иң яҡшы төбәк итербеҙ тип ышанам! - тине Премьер-министр.
Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru