Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Апрель 2023, 12:25

Башҡортостандың ит ризыҡтары Мәскәүҙә һатыласаҡ

Рәсми ҡунаҡтарҙың эш сәфәре Борайҙың һәр яҡлап үҫешеүен асыҡланы.

Башҡортостандың ит ризыҡтары Мәскәүҙә һатыласаҡ
Башҡортостандың ит ризыҡтары Мәскәүҙә һатыласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, кисә эш сәфәре менән Башҡортостанға Рәсәй ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Оксана Лут килде.  Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән ул Борай ауылындағы яңы физкультура–һауыҡтырыу комплексы менән танышты. Ул “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” дәүләт программаһы буйынса төҙөлгән. Объекттың хаҡы 458 миллион һум тәшкил итә.

Андрей Назаров һәм Оксана Лут майҙаны 4,3 мең квадрат метрға тиң ике ҡатлы бинаны ҡараны. Унда ике спорт залы – универсаль һәм тренажер залдары урынлашҡан. Шулай уҡ массаж, табип кабинеты, буфет, конференц-зал, музей, тренер һәм административ бүлмәләр бар.

Улар шулай уҡ улар физкультура-һауыҡтырыу комплексы хеҙмәткәрҙәре, комплексҡа спорт менән шөғөлләнергә килгән балалар һәм өлкәндәр менән аралашты. Борай ауылы халҡы ошондай заманса спорт учреждениеһы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Андрей Назаров һәм Оксана Лут шулай уҡ республикала билдәле булған ит ярымфабрикаттарын эшләүсе  “Борай фермеры” предприятиеһнда ла булды. Шуныһы мөһим, улар урындағы тәбиғи сеймалдан ғына ризыҡтар етештерә. Фермер Рәмил Зарипов хужалыҡтың күбеһенсә дәүләт ярҙамы менән үҫешеүен, федераль һәм төбәк грант программаларында ҡатнашыуын белдерҙе. Хәҙер фермер үҙенең продукцияһын Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларына сығарырға ниәтләй.

Бынан тыш, Оксана Лут  Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов оҙатыуында “Башҡортостан туңдырмаһы” компанияһының етештереү ҡеүәтен ҡараны. Был предпиятие Башҡортостанда өҫтөнлөклө иҫәпләнгән күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Инвестпроекттың беренсе этабы тормошҡа ашырылған, уның хаҡы 900 миллион һумдан ашыу.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас