Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Апрель 2023, 14:30

Раевкаға эш сәфәре яңы маҡсаттар ҡуйҙы

Ауыл биләмәләре үҫеше юғары баһаланды.

Раевкаға эш сәфәре яңы маҡсаттар ҡуйҙы
Раевкаға эш сәфәре яңы маҡсаттар ҡуйҙы

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров һәм Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Оксана Лут төбәктә “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу мәсәләләрен ҡараны.

Раевка ауылының яңы биҫтәһендә күптән көтөп алынған яңы мәктәп тә “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” дәүләт программаһы сиктәрендә төҙөлгән. 8 апрелдә был объектта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Оксана Лут булды.

375 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшө 2021 йылда башлана һәм әле объект файҙаланыуға әҙер. Сентябрҙә ул үҙенең уҡыусыларын ҡабул итәсәк. Ҡунаҡтар заманса технологиялар ҡулланып төҙөлгән яңы объектты ҡараны.

Мәктәптең өс ҡатлы бинаһында 25 бүлмә, ҙур ашхана менән аҙыҡ блогы, тамаша һәм спорт залдары, китапхана һәм ял зонаһы бар. Мәктәптең айырым биләмәһендә волейбол, футбол уйнау өсөн спорт майҙансығы, йүгереү юлдары урынлашҡан. Мәктәптең майҙаны 6372 квадрат метр тәшкил итә, ә физкультура-спорт зонаһы 8514 квадрат метрға тиң.   

Объекттар менән танышҡандан һуң Раевкала кәңәшмә уҙғарылды, унда “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” программаһы сиктәрендә республикала объекттар төҙөү мәсьәләһе ҡаралды.

- Бөгөн ауыл хужалығында заманса техника һәм алдынғы технологиялар ҡулланыла. Ләкин инфраструктураны булдырыу өҫтөндә лә эшләргә кәрәк, -тине кәңәшмәне асып Андрей Назаров. -Ауыл халҡы 38 проценттан артҡан республикабыҙ өсөн ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше бик мөһим.Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығына ярҙам өсөн рәхмәтлебеҙ. Был программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып унда әүҙем ҡатнашабыҙ. Һөҙөмтәлә, туғыҙ йыл эсендә 4210 ғаилә беҙҙә торлаҡ шарттарын яҡшыртты, 22 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 583 километр һыуүткәргестәр, 304 километр газүткәргестәр һалынды, 146 ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү объекттары барлыҡҡа килде. Комплекслы торлаҡ төҙөлөшө буйынса 15 проект тормошҡа ашырылды.

Шулай уҡ ул бөгөнгө көндә был программаға ярашлы 1,3 миллиард һумға 69 объект төҙөлөүен дә билдәләне.

Артабан Әлшәй, Хәйбулла, Саҡмағош райондары хакимиәттәре башлыҡтары үҙҙәрендәге муниципалитетта проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне. Раевкалағы мәктәптән тыш ошондай уҡыу биналары Аҡъяр һәм Саҡмағошта бар.

 Кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, Оксана Лут Башҡортостанда “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” дәүләт программаһы сиктәрендәге  эште юғары баһаланы.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас