Иҡтисад
11 Апрель 2023, 11:30

Эшҡыуарҙарҙан аноним һорау алынған

Унда бик күп респондент ҡатнашҡан.

Эшҡыуарҙарҙан аноним һорау алынғанЭшҡыуарҙарҙан аноним һорау алынған
Эшҡыуарҙарҙан аноним һорау алынған

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты 2023 йылдың I кварталына (эшҡыуарҙар араһында ондайн-һорау алыу ойошторолғайны) йомғаҡ яһаған. Унда 91 респондент ҡатнашҡан.

– Анкета һорауҙарына яуап алыуҙың маҡсаты – төбәктә эшҡыуарҙарҙың һатып алыуҙар (закупки) ойоштороуға ҡәнәғәт булыуы-булмауын, эш барышында кәртәләрҙең барлығын йәки юҡлығын белеү-асыҡлау – тип һөйләй Башҡортостан Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.

Әйткәндәй, 2023 йылдың I кварталында һорау алыу яңы форматта ойошторолған. Эшҡыуарҙар аноним рәүештә һорауҙарға яуап биргән, үҙ сиратында, унда кешеләр күп ҡатнашҡан.

Анкета тикшереүҙәре шуны күрһәткән – эшҡыуарҙарҙың 63 проценты һатып алыуҙарҙа ҡатнашҡан, ә респонденттарҙың 87 проценты һатып алыуҙарҙың асыҡлығына ҡәнәғәт булыуын белдергән.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас