Иҡтисад
11 Апрель 2023, 13:20

Заман яңы сиселештәр талап итә

 Ресурстарҙы тотоноуҙарҙы кәметеү өсөн нимә эшләргә мөмкин? Коммуналь хеҙмәттәргә түләү дөрөҫ иҫәпләнгәнме?

Заман яңы сиселештәр талап итәЗаман яңы сиселештәр талап итә
Заман яңы сиселештәр талап итә

2022 йылдың 1 сентябренән  Рәсәй Хөкүмәтенең күп ҡатлы йорттарҙа дөйөм милекте тәртиптә тотоу  һәм коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү мәсьәләләре  буйынса үҙгәрештәр индереү тураһындағы ҡарары көсөнә инде. Был документ  дөйөм йорт милкен хеҙмәтләндереүгә тотонолған коммуналь ресурстарға түләүҙәр тәртибен көйләй. Байтаҡ ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан, үҙгәрештәрҙе халыҡтың аңлап бөтмәүе билдәле, ғөмүмән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡағылған һәр мәсьәлә мөһим, барыбыҙҙың тормошонда ҙур урын алып тора. Ошо йәһәттән Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Александра Андреевна Авдееваның аңлатмаһы урынлы булыр.

Түләүҙәрҙе иҫәпләү ысулдары һәм формулаһы төрлө факторҙарға бәйле. Күп ҡатлы йортта коллектив иҫәп приборҙары, коммуналь ресурстарҙы иҫәпләүсе автоматлаштырылған  системалар бармы, йорт хужалары тарафынан дөйөм милекте тотоуға иҫәп ысулдары буйынса протокол менән нығытылған  йыйылыш ҡарары ҡабул ителгәнме – барыһы ла мөһим.   Бөтә ҡулланыусылар ҙа, йорттоң  ниндәй  конструктив үҙенсәлектәргә эйә булыуына  ҡарамаҫтан,  дөйөм йорт милкенә коммуналь ресурстарҙы түләргә  бурыслы. Дөйөм йорт милке өсөн мотлаҡ түләнергә тейешле коммуналь ресурстар иҫәбенә һалҡын һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү, электр энергияһы, һыу бүлгес хеҙмәте инә. Был иҫәпкә закон буйынса газ менән тәьмин итеү индерелмәгән, ә йылылыҡ берҙәм коммуналь хеҙмәт күрһәтеү булараҡ ҡаралған.

Яңы формула буйынса дөйөм милекте  хеҙмәтләндереүгә коммуналь ресурстарҙы иҫәпләү тәртибе  аныҡ хәлгә бәйле: дөйөм йорт счетчигы булмағанда, шулай уҡ ул ҡулланыуҙан сыҡҡанда, тикшереү срогы (срок поверки) үткәндә – иҫәп-хисап норматив буйынса башҡарыла һәм артабан үҙгәреш кисермәй. Әгәр дөйөм йорт счетчигы ҡуйылып та, милек хужалары дөйөм йорт милегенә коммуналь ресурстарҙы билдәләү буйынса ҡарар ҡабул итмәһә, иҫәп нигеҙендә норматив ҡабул ителә. Киләсәктә, ҡулланыу күләменә ҡарап, түләүҙәрҙең яңынан иҫәпләнеүе мөмкин. Әгәр йортта  коммуналь ресурстар һәм хеҙмәттәрҙе ҡулланыуҙы иҫәпләүсе  автоматлаштырылған мәғлүмәт-үлсәү системаһы урынлаштырылған булһа, дөйөм йорт милкен тәртиптә тотоуға коммуналь ресурстар ай һайын билдәләнә, артабан үҙгәреш индерелмәй.

Идарасы компания торлаҡҡа  һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү квитанцияһында  дөйөм йорт милкен хеҙмәтләндереүгә коммуналь ресурстарҙың һәр береһе  буйынса мәғлүмәтте асыҡ күрһәтергә тейеш. Документтағы түләү суммаһы коммуналь ресурс күләме дәүмәленә йоғонто яһаған төрлө күрһәткестәргә бәйле.  Мәҫәлән, фатирҙа бер кеше теркәлгән һәм фатир  шәхси иҫәп приборҙары менән йыһазландырылмаған икән, түләү бер кешегә норматив буйынса иҫәпләнә. Әгәр фатирҙа, мәҫәлән, дүрт кеше йәшәй икән, теркәлмәй йәшәгән  кешеләрҙең кәрәк-ярағына тотонолған һыу дөйөм йорт милкенә  киткән коммуналь ресурстарҙа иҫәпкә алынасаҡ.

Ресурстарҙы тотоноуҙарҙы кәметеү өсөн нимә эшләргә мөмкин? Беренсенән, шәхси иҫәп приборҙары менән йыһазландырылмаған күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең ғәмәлдәге һанын иҫәпләү буйынса саралар үткәреү, икенсенән, йорт хужаларының  фатирҙарҙағы иҫәп приборҙары күрһәткестәрен ваҡытында тапшырыуын, уларҙы иғтибарҙа тотоуҙы, пломбалар булыуын тикшереү мөһим. Өсөнсөнән, йорттарҙа  төрлө осраҡтар арҡаһында һыуҙың бушҡа ағып тормауын  күҙәтергә кәрәк. Техник мөмкинлек булғанда, күп ҡатлы йорттарҙы   автоматлаштырылған мәғлүмәт-үлсәү  иҫәп системаһы менән йыһазландырыу буйынса саралар күреү маҡсатҡа ярашлы.

Дөйөм йорт милкен  хеҙмәтләндереүгә коммуналь ресурстарҙың  иҫәп-хисап тәртибен  белеү һәм дөрөҫлөгөн асыҡлау өсөн фатир хужаларына тәү сиратта идарасы компанияға мөрәжәғәт итергә тәҡдим итәбеҙ. Мәсьәлә хәл ителмәһә, дәүләт комитетына ошо адрес буйынса хат ебәрергә кәрәк: Өфө ҡалаһы, Степан Халтурин урамы, 28. Шулай уҡ республика власть органдарының электрон ҡабул итеүенә яҙырға мөмкин. Бындай функция “ГИС ЖКХ” сайтында ла бар.

 Фото: Башҡортостан Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас