Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Апрель 2023, 23:10

Килеп эшләгеҙ генә!

Потенциаль инвесторҙарға Ағиҙелдә теплица хужалығын үҫтерергә тәҡдим иттеләр.

Килеп эшләгеҙ генә!
Килеп эшләгеҙ генә!

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн буш инвестиция майҙансыҡтары реестры яңы ер участкалары менән тулыланыуын дауам итә. Был юлы Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы потенциаль инвесторҙарға ирекле инвестиция майҙансығы тәҡдим итте, унда уларға теплица хужалығын йәки аҙыҡ-түлек производствоһын үҫтерергә тәҡдим ителә. Ағиҙел ҡалаһында урынлашҡан ер участкаһының дөйөм майҙаны 13 гектарҙан ашыу тәшкил итә.

– Аҙыҡ-түлек сәнәғәтен үҫтереүҙән тыш, майҙансыҡта теплица хужалығы менән дә шөғөлләнергә була. Майҙансыҡ асфальт түшәлгән юлдар һәм бөтә кәрәкле инфраструктураға тоташтырыу мөмкинлеге менән тәьмин ителгән: участканан 100 метр алыҫлыҡта электр һәм һыу тәьминәте селтәрҙәренә тоташтырыу нөктәләре урынлашҡан, ә яҡындағы газ менән тәьмин итеүгә тоташтырыу нөктәһе 300 метрҙа урынлашҡан. Майҙансыҡтың үҙәгендә кран-балкалы етештереү цехы төҙөлөшө урынлашҡан, уны ҡуртымға алырға мөмкин. Төбәк автомобиль юлына, шулай уҡ М-7 “Волга” федераль трассаһына яҡынлыҡ төбәк эсендә лә, унан ситтә лә ҡулланыусыларҙы продукция менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк, – тине Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, инвесторҙарҙы республиканың ирекле инвестиция майҙансыҡтары менән уңайлы таныштырыу өсөн Үҫеш корпорацияһы белгестәре виртуаль турҙар әҙерләй. Мәҫәлән, проект талаптарына тап килгән ер участкаһын, урынға бармай ғына, уның инженер һәм техник характеристикаһы менән онлайн-форматта танышып һайларға мөмкин.

 Тәҡдим ителгән майҙансыҡ буйлап турҙы Үҫеш корпорацияһы сайтында “Республика майҙансыҡтары буйлап виртуаль турҙар” бүлегендә лә ҡарарға мөмкин.

Белешмә өсөн:

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙың бөтә этаптарында оҙатыу менән шөғөлләнә, бер тәҙрә форматында эшләй. Белгестәр проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың бөтә стадияларында - концепция әҙерләүҙән алып объекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға һәм файҙаланыуға тапшырыуға тиклем - бушлай оҙата. Инвестиция проекттарын бушлай оҙатыуҙан тыш, Үҫеш корпорацияһы потенциаль инвесторҙар - бизнес-кейстар өсөн бизнес-пландар һәм әҙер инвестиция тәҡдимдәре әҙерләй. Тулыраҡ мәғлүмәтте ведомстоның рәсми сайтында: https://kr-rb.ru/ алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347)214-90-70.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20681/

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас