

Республикала Благовещен ҡалаһында ПОЛИЭФ заводы майҙансығында экология буйынса федераль компетенциялар үҙәге асыласаҡ. Ошо хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры - Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев 20 апрелдә Мәскәүҙә үткән II Бөтә Рәсәй сәнәғәт туризмы буйынса Акселератор финалында белдерҙе.
- Сәнәғәт туризмының төп йүнәлештәренең береһе – экология тураһында яҡтыртыу. Был йәһәттән әлеге көндә лидер – Благовещендың ПОЛИЭФ предприятиеһы. Туристарға ҡулланылған пластик шешәнән уның яңы полимер гранулаға әүерелеү юлы күрһәтеләк. Экскурсоводтар ҡояш электр станцияһының нисек эшләүе тураһында ла, икенсел сеймалдан нимә етештереү мөмкинлеге тураһында ла һөйләйәсәк. Компетенциялар үҙәге республиканың һәм илдең башҡа төбәктәре предприятиеларына производство-экология экскурсиялар буйынса тәжрибә менән уртаҡлашыу мөмкинлеге бирәсәк. Шулай уҡ экология буйынса компетенцияны камиллаштырырға юл аса, - тине Александр Шельдяев.
Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайты.