Иҡтисад
21 Апрель 2023, 12:45

Экспортерҙар һанын арттырырға ҡушылды

2023 йылда экспортҡа тауарҙар (продукция) ташыу менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн республика бюджетынан субсидия биреү тәртибен раҫлау тураһындағы Хөкүмәт ҡарары проекты тикшерелде

Экспортерҙар һанын арттырырға ҡушылдыЭкспортерҙар һанын арттырырға ҡушылды
Экспортерҙар һанын арттырырға ҡушылды

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында 2023 йылда экспортҡа тауарҙар (продукция) ташыу менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн республика бюджетынан субсидия биреү тәртибен раҫлау тураһындағы Хөкүмәт ҡарары проекты тикшерелде. Был тәртип республикабыҙҙың бәләкәй һәм урта бизнесына бындай сығымдарҙың 90 процентына тиклемен ҡапларға мөмкинлек бирәсәк, тик ул сығымдарын ҡаплай торған экспорт күләменең 40 процентынан һәм 9 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш.

– Хәҙерге ваҡытта республикала 1273 предприятие тышҡы иҡтисад эшмәкәрлеге алып бара, шуларҙың 1182-һе – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡарай. Эшҡыуарҙарҙың тап ошо категорияһы эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү бик мөһим, – тине Андрей Назаров.

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, ағымдағы йылдың ғинуарында экспорт күләме – 11,8 процентҡа, импорт 32 процентҡа артҡан.

Андрей Назаров Хөкүмәт ҡарары проектын хупланы.

– Йыл аҙағына тиклем Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығына экспорт эшмәкәрлеге алып барған предприятиелар һанын 2022 менән сағыштырғанда 10 процентҡа тиклем арттырыуҙы тәьмин итергә, – тигән бурыс ҡуйҙы А.Назаров.

 

pravitelstvorb.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас