Иҡтисад
24 Апрель 2023, 10:15

45 район башлаған!

Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, быйыл 2 миллион 170 мең гектар ерҙе сәсергә планлаштыралар

45 район башлаған!45 район башлаған!
45 район башлаған!

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов яҙғы сәсеү эштәре тураһында һөйләне. Әлеге ваҡытта республикала яҙғы сәсеү эштәре әүҙем фазаға ингән. 45 райондың ауыл хужалығы эшсәндәре яҙғы культураларыҙы сәсә башлаған, бөгөнгә ҡарата майҙандарҙың 11 проценты сәселгән. Майлы культуралар 27 мең гектарҙа сәселгән, был пландың 6,7 проценты. Мал аҙығы культуралары буйынса – 13 мең гектар (пландың 7 проценты) сәселгән, һигеҙ район шәкәр сөгөлдөрөн ултырта башлаған.

Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, быйыл 2 миллион 170 мең гектар ерҙе сәсергә планлаштыралар. Шул уҡ ваҡытта көҙөн ужым культуралары сәсеү артҡан, ә яҙғы культуралар былтырғы кимәлдә ҡалған һәм 1 миллион 440 мең гектар тәшкил итә. Ҡарабойҙай менән борсаҡ майҙандары, техник культуралар сәсеү артасаҡ.

– Башҡортостан хужалыҡтары тулы кимәлдә бойҙай, ҡуҙаҡлы бойҙай һәм бөртөклө орлоҡтар менән тәьмин ителгән. Сәсеү кампанияһына 285 мең тонна орлоҡ әҙерләнде, уларҙың 41,6 мең тоннаһы – үҙебеҙҙә етештерелгән элита һәм суперэлита. Әле ҡайһы бер хужалыҡтар контракт буйынса шәкәр сөгөлдөрө һәм кукуруза орлоҡтарын көтә. Әлеге ваҡытта кукуруза менән – 72 процентҡа һәм шәкәр сөгөлдөрө менән 88 процентҡы тәьмин ителгәндәр, – тине ул.

Бынан тыш республикала тракторҙар, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналары әҙерлеге тамамланған. Башҡортостан эш техникаһын яңыртыуҙы дауам итә. Быйылғы йылдың өс айында 2 миллиард һумға 595 берәмек ауыл хужалығы техникаһы алынған.

Фото: bash.news

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас