Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Апрель 2023, 16:45

Сәсеү башланды

Илеш районындағы “Урожай” орлоҡсолоҡ хужалығы сәсеүҙе тамамлаған да инде

Сәсеү башланды
Сәсеү башланды

Республиканың 42 районында баҫыу эштәре башланған. Әлегә 147,3 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәре башҡарыла, шул иҫәптән 120 мең гектар майҙанда иген һәм иген культуралары, 10 мең гектар самаһы мал аҙығы сәсеү планлаштырылған. Барлығы 2 миллион 117 мең гектарҙа ярауай культуралар сәселәсәк.

Сәсеү эштәрен иң әүҙем атҡарыусылар — Илеш районы. Сәсеү майҙаны 25 мең гектарҙан ашыу тәшкил итә. Әйткәндәй, «Урожай» орлоҡсолоҡ хужалығы барлығы 6,8 мең гектар ер сәселгән һәм был хужалыҡ Илештә тәүгеләрҙән булып яҙғы сәсеү эштәрен атҡарып ҡуйған. Шулай уҡ Дүртөйлө (11,5 мең гектар), Ҡырмыҫҡалы (9,5 мең гектар), Саҡмағош (8,7 мең гектар), Мәләүез (8,6 мең гектар) райондарында сәсеү эштәре йылдам атҡарыла.

Баҫыуҙарҙа дым ябыу эше лә башҡарыла. Миҙгелдең үҙенсәлеге, йәғни ямғырһыҙ яҙ һәм ҡарҙың тиҙ иреүе арҡаһында, тупраҡта дым етешмәй.

Йәмғеһе 944 мең гектар майҙанда дым ябылды, был дөйөм күләмдең 80 процентын тиерлек тәшкил итә. Әлшәй, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Туймазы һәм Саҡмағош райондарында тамамлана. Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Шишмә райондарында был эш тамамланған.

Өс көн һауа торошо тотороҡло буласаҡ. Был ауыл хужалығы эшсәндәренә сәсеү эшен мөмкин тиклем тиҙерәк атҡарырға ярҙам итәсәк.

 

Фото Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығынан алынды.

 

Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас