Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Апрель 2023, 21:15

“Уйлап табыусыларҙы мәктәп эскәмйәһенән үҫтерәйек!”

VIII класс уҡыусыһы Рәмил Мөрсәлимов ауыл хужалығының сәсеү биләмәләренә һыу һиптереү өсөн робот-ярҙамсы әҙерләгән...

“Уйлап табыусыларҙы мәктәп эскәмйәһенән үҫтерәйек!”
“Уйлап табыусыларҙы мәктәп эскәмйәһенән үҫтерәйек!”

Башҡортостан студенттары һәм уҡыусылары Сочи ҡалаһында үткән “От винта!” тип аталғған халыҡ-ара  фәнни-техник фестивалендә проекттарын тәҡдим итте. Сара Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тарафынан ойошторолған һәм инженерияға, йәштәр инновацион һәм технологик эшҡыуарлығына һәм сәнәғәт профессиональ йүнәлешенә арналған. 20-гә яҡын сит илдән  400-ҙән ашыу инновацион проект тәҡдим ителгән.

Башҡортостан делегацияһын сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Денис Гурков етәкләй. Республика 10 проект килтергән. Мәҫәлән, Күмертау ҡалаһы политехник лицей-интернатының VIII класс уҡыусыһы Рәмил Мөрсәлимов ауыл хужалығының сәсеү биләмәләренә һыу һиптереү өсөн робот-ярҙамсы әҙерләгән. “Ул булмышы менән техникаға ғашиҡ малай, ҙур ҡәнәғәтләнеү менән түңәрәктәргә йөрөй, технопаркта шөғөлләнә. Киләсәктә электр самокаттары йыйырға уйлай”, – ти остазы Венер Һабаншин.  

“Беҙгә үҙебеҙҙең новаторҙарыбыҙҙы мәктәп эскәмйәһенән әҙерләргә кәрәк, беҙ, әлбиттә, бындай балаларыбыҙға ярҙам итәсәкбеҙ, айырыуса ошондай күләмле фестивалдә ҡатнашҡандарға,– тине  Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры  Александр Шельдяев.

Фестивалдә үҙ эшләнмәләре менән  республиканың предприятиелары ла сығыш яһаясаҡ.

Венер Һабаншин фотоһы.

“Уйлап табыусыларҙы мәктәп эскәмйәһенән үҫтерәйек!”
“Уйлап табыусыларҙы мәктәп эскәмйәһенән үҫтерәйек!”
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас