

Әлеге ваҡытта республикала яҙғы сәсеү эштәре әүҙем барған мәл. 45 райондың ауыл хужалығы эшсәндәре яҙғы культураларҙы сәсә башлаған, бөгөнгә ҡарата майҙандарҙың 11 проценты сәселгән.
Дүрт районды бер итеп...
– Башҡортостан хужалыҡтары тулы кимәлдә бойҙай, ҡуҙаҡлы бойҙай һәм бөртөклө орлоҡтар менән тәьмин ителгән. Сәсеү кампанияһына 285 мең тонна орлоҡ әҙерләнде, уларҙың 41,6 мең тоннаһы – үҙебеҙҙә етештерелгән элиталы һәм суперэлиталы. Әле ҡайһы бер хужалыҡтар контракт буйынса шәкәр сөгөлдөрө һәм кукуруз орлоҡтарын көтә. Әлеге ваҡытта кукуруз менән – 72 процентҡа һәм шәкәр сөгөлдөрө менән 88 процентҡа тәьмин ителгәндәр, – ти Илшат Фәзрахманов.
Бынан тыш республикала тракторҙар, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналары әҙерлеге тамамланған. Башҡортостан эш техникаһын яңыртыуҙы дауам итә. Быйылғы йылдың өс айында 2 миллиард һумға 595 берәмек ауыл хужалығы техникаһы алынған.
Илшат Фәзрахманов – иң тынғыһыҙ министрҙарҙың береһе. Пандемияға тиклем үҙенең эш сәфәрҙәренә ул республиканың төп гәзиттәрендә эшләгән хәбәрселәрҙе лә йәлеп итә ине. Әммә бер нисә йылға был тәжрибә туҡтатылып торҙо. Быйыл, ниһайәт, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы Илшат Фәзрахмановтың эш сәфәренә беҙҙе лә алды. Дүрт районды бер итеп йөрөп сыҡтыҡ.
Ҡырмыҫҡалы районы сигендә район хакимиәтенең ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Илдар Латипов ҡаршы алды.
Тәүге туҡталыш – Бекетов ауылында урынлашҡан көслө хужалыҡтарҙың береһе “Артемида”. Уның етәксеһе Евгений Пожидаев эш барышы менән таныштырҙы. Әлеге мәлдә хужалыҡта ярауай культуралар һәм көнбағыш сәселә. Хужалыҡта тоҡомло мал үрсетәләр. Уларҙың һауын һыйырҙары һаны ғына 1200-гә еткән. Дөйөм эшселәр һаны – 150. Шуларҙан дүрт ир-егет бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Улар тураһында хужалыҡ етәксеһе даими рәүештә хәстәрлек күрә.
– Егеттәрҙе оҙатҡанда кәрәк-яраҡ менән тәьмин иттек. Ниндәй ярҙам кәрәк, шуны оҙатып торабыҙ. Әле ауыл халҡы менән һөйләшеп, “УАЗ” машинаһы алып ебәрергә булдыҡ, – тип һөйләй Евгений Викторович.
Уңышҡа әҙер булмай сыҡтыҡ
Илшат Фәзрахманов эш сәфәрендә тап ошо хужалыҡты һайлауы юҡҡа түгел – бында әле генә шыйыҡ ашлама әҙерләү резервуары төҙөлгән. Ул асыҡ һауаға ҡуйылған. Сәсеү мәлендә был бик уңайлы: берәүһе генә 100 тонна самаһы шыйыҡ ашлама әҙерләү мөмкинлеге бирә. Иң мөһиме: шыйыҡ ашлама орлоҡҡа һәм үҫентегә яҡшыраҡ йоғонто яһай һәм тиҙерәк барып етә. Иретелмәгән ашламаның иһә баҫыуҙа 35 процентын юғалталар икән.
– Былтыр хужалыҡтың уңышы бик шәп булды. Бындай уңышты 2008 йылда алғайныҡ. Иң үкенеслеһе – беҙ бындай уңышҡа әҙер булмай сыҡтыҡ. Келәттәр етешмәүе уңышты һаҡлау менән ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Шуны иҫәпкә алып, федераль субсидия ярҙамында яңы келәт төҙөнөк. Тағы берәүһенә ошо көндәрҙә тотонабыҙ. Был беҙгә үҫтереп алған уңыштың сифатын юғалтмайынса өс йыл самаһы һаҡларға мөмкинлек бирәсәк. Былтыр уңыш күп булыуы, санкцияларҙың йоғонтоһо арҡаһында игенгә хаҡтар төштө. Баҙар ҡуйған осһоҙ хаҡҡа йыйылған уңышты һатыуы йәл. Шуға ошондай аҙымға барҙыҡ, – тип аңлатты хужалыҡ етәксеһе.
Ауырғазы районында хакимиәт башлығы Арыҫлан Шәһәртдинов “Урожай” хужалығындағы эш барышы менән таныштырҙы. Хужалыҡтың етәксеһе Радик Рафиҡов тәүҙә һөтсөлөк фермаһының эше менән таныштырҙы. Әле иһә тоҡомло мал һанын арттырыу маҡсаты менән яңы комплекстар төҙөлә башлаған. Бында йылына 59 тонна һөт етештереү ҡеүәте булған заманса һөтсөлөк комплексы буласаҡ. Йылына 5700 баш тоҡомло йәш мал һатыу күҙаллана. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 4 250 миллион һум тәшкил итәсәк. Әлегә был аҡсаның 3 391 миллионы һалынған. Бөгөнгә 89 эш урыны булдырылған.
Артабан орлоҡсолоҡ заводына юлландыҡ. Заманса технология менән төҙөлгән был завод – орлоҡсолоҡ хужалығы булып танылған “Урожай” өсөн бик мөһим объект. Бында йыйылған уңыштың бөртөклө культуралары киптерелә, орлоҡҡа айырыла һәм артабан хужалыҡтарға һатыу өсөн әҙерләнә.
Дәүләкән районының Суйынсы ауылындағы Ғабдрахмановтар крәҫтиән (фермер) хужалығы малсылыҡ һәм үҫемселек менән шөғөлләнә. Улар сәсеүгә 19 апрелдә төшкән. Һауа торошо мөмкинлек биргәндә, тәүлек әйләнәһенә механизаторҙар баҫыуҙа. Әлегә шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарында сәсеү эше бара.
Бүздәк районында беҙҙең ҙур делегацияны район хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев ҡаршы алды. Илшат Фәзрахманов “Нерал-Бүздәк” хужалығындағы эштәр барышы менән танышты. Ярауай культураларҙы сәсеү технологияһын барланы.
Күләм артты, хәҙер һаҡлау шарт
Шафоат Хәбибрахманова етәкләгән крәҫтиән хужалығы йәшелсәселек менән бик уңышлы шөғөлләнә һәм үҙенең тауары менән бөтөн республикаға билдәле. Әммә әүҙем хужабикә тағы ла яңы үрҙәргә ынтыла. Бына инде бер нисә йыл рәттән бында киндер ултырталар. Европала был йүнәлеш күптән киң таралған. Беҙҙең һауа шарттарында киндер менән эш итеүе ауырыраҡ, әммә уның сифаты сит илдәгенекенә ҡарағанда күпкә һәйбәтерәк. Киндерҙең орлоғонан спортсмендар өсөн протеинлы аҙыҡ эшләйҙәр, киндер майы косметикала киң ҡулланыла. Ә һабағынан туҡыма һуғалар. Әле хужалыҡта киндерҙең майҙанын ике тапҡырға арттырғандар. Киләсәктә Шафоат Хәбибрахманова был йүнәлеште киңерәк йәйелдермәксе. Уның хужалығында әлегә шәкәр сөгөлдөрө сәсеү менән шөғөлләнәләр. Быйыл тәжрибә булараҡ шәкәр сөгөлдөрөнә һыу һибеү ҡоролмалары ҡуйылған. Уңыштың сифаты һәм күләменә ҡарап бындай ҡоролмаларҙы артабан ҡулланыу мәсьәләһе ҡараласаҡ.
Илшат Фәзрахманов эш сәфәрен йомғаҡлап, сәсеү кампанияһының 5 майҙа тамамланасағын күҙаллауын белдерҙе.
– Яңы технологиялар ҡулланыу, заманса техника ярҙамы менән уңыштың күләмен арттырыуға өлгәштек. Хәҙер инде йыйылған уңышты һаҡлау урындары булдырыу, орлоҡсолоҡ заводтары төҙөү, һөтсөлөк йүнәлешен үҫтереү – көн ҡаҙағында торған мәсьәләләр. Артабан да эш сәфәрҙәрендә ошо йүнәлешкә иғтибар бүленәсәк. Ауыл хужалығы тармағында эшләүселәрҙе нимә борсой? Тағы ниндәй йүнәлешкә иғтибар итергә? Техника һәм уны һатып алыу, субсидиялар, ниндәй ауырлыҡтар менән осрашалар һәм ниндәй маҡсаттар менән яналар? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты тап күҙгә-күҙ ҡарашып ҡына табырға була, –тине Илшат Фәзрахманов.
- Лилиә НУРЕТДИНОВА