Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 26-28 июндә Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х юбилей форумы үтә. Уны ойоштороу өсөн илдең бөтә төбәктәренән 880-дән ашыу ирекмән йәлеп итеү күҙаллана. Ирекмәндәр һаны буйынса сара республикала иң күләмлеләрҙең береһе буласаҡ.
– Ирекмәндәр - һәр ҙур сараның мөһим һәм айырылғыһыҙ өлөшө. 24-29 июндә Форумды әҙерләүгә һәм үткәреүгә 800-ҙән ашыу ирекмән йәлеп итергә ниәтләйбеҙ. Улар Башҡортостандың баш ҡалаһы өсөн йолаға әүерелгән “Евразия йөрәге” фестивале, Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумы, Мәктәп спорты фестивале, Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе, художество пленэры һәм гастротур, шулай уҡ “Дуҫлыҡ урамы” тип аталған ике дәүләттең этник мәҙәниәттәре фестивале кеүек эшлекле һәм мәҙәни программа сиктәрендәге төп сараларҙа ҡатнаша, – тине тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Һайлап алыуҙы уңышлы үткән ирекмәндәр бушлай туҡланыу, уңайлы һәм заманса кейем, ғүмерҙе һәм һаулыҡты страховкалау, ҡала буйлап йөрөү өсөн транспорт менән тәьмин ителә, ә башҡа ҡалаларҙан килгән ирекмәндәргә йәшәү урыны ҡаралған. Форумдың барлыҡ ирекмәндәре лә уҡыясаҡ, рәхмәт хаттары һәм верификацияланған сәғәттәр аласаҡ.
Ирекмән булыу һәм сарала ҡатнашыу өсөн 28 майға тиклем https://dobro.ru/event/10327961 һылтанмаһы буйынса теркәлеү үтергә кәрәк.
Тулыраҡ мәғлүмәтте, шулай уҡ ваҡиға яңылыҡтарын “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ирекмәндәр корпусы операторы аша алырға мөмкин.
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20843/