

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә (На Х форуме регионов России и Беларуси будет дан старт производству компании “Амкадор”), быйыл июндә республикала иген эшкәртеү машиналары һәм ҡорамалдары етештереү буйынса Белоруссияның “Амкадор” заводы асыласаҡ.
“Был предприятие Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 26 июндән 28 июнгә саҡлы уҙғарыласаҡ Х форумында асыласаҡ. Предприятиены “Өфө” индустриаль паркында урынлаштырабыҙ, әле унда комплекс төҙөлөшө бара. Уның нигеҙ ташын һалыу сараһында былтыр сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Беларусь Республикаһының Премьер-министры Роман Головченко ҡатнашҡайны”, – ти республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Объекттағы төҙөлөш эштәрен Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһы алып бара.
“Корпорация алдына яңы етештереү комплексын тиҙ арала булдырыу бурысы ҡуйылды, был эштә ошоға оҡшаш корпусты төҙөү тәжрибәһен ҡулланабыҙ. Әле белорус хеҙмәттәштәребеҙ менән бергә был проекттың бөтә нескәлектәрен хәл итеү өҫтөндә эшләйбеҙ”, – ти Корпорацияның генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.