Байыта торған өс һан бар, уларҙы ҡағыҙға яҙып, аҡса янсығығыҙға һалһағыҙ, байығанығыҙҙы һиҙмәйәсәкһегеҙ ҙә, йәнәһе.
Һандарҙың кеше тормошонда әһәмиәте ҙур. Кешенең тыуған көнө, йәшәгән өйөнөң, машинаһының һандары — барыһы ла ниндәйҙер йоғонто яһай, тиҙәр. Мәҫәлән, 5 һаны байырға ярҙам итә икән. Йоҡонан торғас та уны күҙ алдына килтерер кәрәк.
8 — тылсымлы һан икән. Ул — байлыҡ, муллыҡ символы. Өс 8 һанын яҙып, аҡсаһыҙ торған урынға һалһағыҙ, аҡса бер ҡасан да бөтмәҫкә тейеш, имеш.
Ә инде иң күп аҡса килтерә торған һан — 128, тиҙәр. Был һанда аҡса энергетикаһы көслө. Уны яҙып, каҡса янсығығыҙға һалһағыҙ, финанс именлеге, уңыш килеүҙе көт тә тор! Тикшереп ҡарағанығыҙ булдымы, йәмәғәт?..
Фото: ru.dreamstime.com