

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Петербург халыҡ-ара юридик форумында Рәсәйҙең "Приоритет права" тигән юристар ассоциацияһының бизнес-завтрагы ойошторолған. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры, модератор Андрей Назаров билдәләүенсә, санкция баҫымы ваҡытында илебеҙҙең эске ресурстары өсөн тәҙрә мөмкинлектәре асылған, улар өҫтөнлөклө һанала.
– Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә, иҡтисади мөстәҡиллектең мөһим элементы – ул эшҡыуарлыҡтың үҙаллылығы, тине. Шуның өсөн дә бөгөн бизнесты бөтә тулылығында алып барыу өсөн бөтә шарттарҙы тыуҙырырға кәрәк, – тине Андрей Назаров.
Андрей Назаров әйтеүенсә, бизнесты һаҡлау программаһынан тыш, эшҡыуарҙарҙы дәртләндереү йәһәтенән дә эштәрҙе алып барыу зарур.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.