

«Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланыуға 14 көн ҡалды: ул Сибайҙа 25-27 майҙа үтә.
Был күләмле сараға ҡушылырға Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Рифат Ғәбделхаҡ улы Шәйхетдинов саҡыра.
Инвесторҙар һәм предприятиелар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе власть органдары менән тикшерә аласаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Рифат Ғәбделхаҡ улы яңы транспорт логистик коридорҙарына һәм импортты алмаштырыу буйынса фракция-ара төркөмдәргә арналған ике сара уҙғарасаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.