Иҡтисад
12 Май 2023, 17:30

Салауат ҡалаһы яңы һулыш ала

Милли проекттар сиктәрендә төҙөлгән объекттарҙағы эш барышы менән Илшат Тажетдинов танышты.

Салауат ҡалаһы яңы һулыш алаСалауат ҡалаһы яңы һулыш ала
Салауат ҡалаһы яңы һулыш ала

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов эш сәфәре барышында Салауат ҡалаһындағы объекттарҙа эш барышын тикшерҙе. Ҡалала төҙөлөш һәм төҙөкләндереү эштәре "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектын (нацпроект «Жилье и городская среда») тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барылды.

Илшат Тажетдинов барып күргән тәүге объект – ҡаланың Көнсығыш биҫтәһендәге магистраль коллектор булды. Уны төҙөү "Стимул" программаһы сиктәрендә алып барыла. Финанслау күләме 181 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, шул иҫәптән федераль бюджеттан 103 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Әлеге ваҡытта әҙерлек эштәре алып барыла. Файҙаланыуға тапшырылыу ваҡыты — 2024 йылдың ноябре.

Артабан вице-премьер йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса эш барышы менән танышты. Салауат Юлаев бульвары һәм Ленин урамы буйынса участкаларҙы төҙөкләндереү бара. Финанслауҙың дөйөм суммаһы 76,2 миллион һум тәшкил итә, шуларҙың 71 миллионы федераль бюджет иҫәбенә төҙөлә. Салауат Юлаев бульварындағы объекттың техник әҙерлеге 30 процент тип баһалана. Әлеге ваҡытта һүтеү эштәре башҡарыла, һыу үткәргес һәм канализация селтәрҙәре һалына. Ленин урамында эштәрҙең әҙерлеге 35 процент тәшкил итә. Бында һүтеү эштәре тамамланған, яҡтыртыу эштәрен атҡарырға әҙерләнәләр. Подрядсы ойошмалар эште пландан тайпылмайынса алып бара.

Сәфәр һөҙөмтәләрен йомғаҡлап, Илшат Тажетдинов былай тип белдерҙе:

- Беҙ ҡарап сыҡҡан объекттарҙың барыһы ла социаль әһәмиәткә эйә. Улар уңайлы шарттар булдырыуға һәм Салауат халҡына уңайлы мөхит булдырыуға йүнәлтелгән. Инженер селтәрҙәре төҙөлөп бөтөү менән был биләмәләр артабан үҫешәсәк. Федераль үҙәк менән килешеүгә ярашлы, республика алдағы ике йылда бында 83 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡты файҙаланыуға тапшырырға тейеш. Ә төҙөкләндерелгән үҙәк урамдар ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын йәлеп итеүҙең яңы нөктәләренә әйләнергә тейеш. Шуға күрә эштәрҙе сифатлы башҡарыуҙы һәм был объекттарҙы ваҡытында файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итеү мөһим.

2019 йылдан Салауат ҡалаһында 9 милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1,8 млрд һумдан ашыу аҡса бүленгән (милли проекттар "Демография", "Һаулыҡ һаҡлау", "Мәғариф", "Торлаҡ һәм ҡала мөхите", "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар", "Бәләкәй һәм урта сифатлы предприятиелар", "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы", "Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм экспорт", "Хеҙмәт етештереүсәнлеге"). Туғыҙ йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән, шул иҫәптән Ағиҙел йылғаһының яр буйы, Ленин урамы буйлап аллеяның бер өлөшө һәм ҡала саралары үткәреү урыны. 30 километрға яҡын юл һалынған һәм төҙөкләндерелгән. 2 140-тан ашыу ғаилә бала тыуыуға бәйле ай һайын түләүҙәр алған. Ҡала дауаханаһы өсөн электр-хирургик генератор һатып алынған. Быйыл яңы ҡорамалдар — видеоэндоскопик комплекс, анестезия машинаһы, гармоник скальпель һәм хирургик монитор килтереләсәк. 1-се гимназия базаһында «Кванторий» балалар технопаркы, 25-се Башҡорт гимназияһында “IT-клуб” һанлы белем биреү үҙәге, Салауат индустриаль колледжында ике оҫтахана, шулай уҡ өҫтәмә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн 475 яңы урын булдырылған.

Фотолар һәм мәғлүмәт сығанағы Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Салауат ҡалаһы яңы һулыш ала
Салауат ҡалаһы яңы һулыш ала
Салауат ҡалаһы яңы һулыш ала
Салауат ҡалаһы яңы һулыш ала
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас