Иҡтисад
13 Май 2023, 07:10

Ҙур диаметрлы торбалар етештереү маҡсаты бар

Радий Хәбиров Рязань торба заводының Дәүләкән филиалы вәкилдәрен “Инвестсәғәт”кә саҡырҙы.

Ҙур диаметрлы торбалар етештереү маҡсаты барҘур диаметрлы торбалар етештереү маҡсаты бар
Ҙур диаметрлы торбалар етештереү маҡсаты бар

13 майҙа Дәүләкәндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рязань торба заводының филиалында, производство майҙансығында булды. Предприятие 2011 йылдан алып эшләй һәм түңәрәк һәм дүрмөйөш киҫелешле профиль торбалар етештерә, улар сәнәғәттең төрлө тармағында файҙаланыла.

Подразделение директоры Ришат Шакиров әйтеүенсә, 2022 йылда оҙатылған продукция күләме 4,5 миллиард һумдан артып киткән. Уны һатыуға Силәбе,Ҡазан, Екатеринбург, Һамар, Ырымбур ҡалаларындағы компанияның филиалдарына оҙаталар.

Үткән йылда предприятиела бәләкәй размерлы, ныҡлығы менән айырылып торған (холоднокатаные) торбалар етештереү буйынса ике яңы стан файҙаланыуға тапшырылған. Шулай уҡ вагондарҙы бушатыу өсөн кран эстакадаһы ҡуйылған, склад майҙансығы ҙурайтылған.

Республика Башлығы торбаларҙы эшләү технологияһы һәм сығарылған продукцияның өлгөләре менән танышты. Заводта эшләүселәр алға пландары менән уртаҡлашып, производство цехтарына газ үткәреү ниәте тураһында белдерҙе. Төҙөүселәр инженер селтәрҙәрен һәм ҡаҙанлыҡты монтажлаған. Бынан тыш ҙурыраҡ диаметрлы торбалар етештереү маҡсаты ла бар. Бының өсөн яңы цехты күтәреү мөһим.

Төбәк етәксеһе филиалдың артабанғы үҫешен тикшереү, дәүләт ярҙамы сараларын ҡарау маҡсатында предприятие вәкилдәрен “Инвестсәғәт”кә саҡырҙы.

- Инвестициялар күләме ҙур ғына, - тине Радий Хәбиров. – Эшкәртеү сәнәғәте менән бәйле булған производство бик ҡатмарлы. Һеҙ күтәргән барлыҡ һорауҙарҙы “Инвестсәғәт” сиктәрендә хәл итергә тырышырбыҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас