Иҡтисад
14 Май 2023, 13:40

Инвестиция һабантуйы ниндәй башланғыстары менән үҙенсәлекле?

Башҡортостанда «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйының төп биш проекты билдәләнде. 

Инвестиция һабантуйы ниндәй башланғыстары менән үҙенсәлекле?Инвестиция һабантуйы ниндәй башланғыстары менән үҙенсәлекле?
Инвестиция һабантуйы ниндәй башланғыстары менән үҙенсәлекле?

Быйыл Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы бишенсе тапҡыр үтә. Ҙур юбилей булмаһа ла, форум резиденттарының төрлө өлкәләрҙә һөҙөмтәле проекттары бар. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы ошо хаҡта яҙма менән уртаҡлашты.

1-се проект

2030 йылға тиклем Урал аръяғын үҫтереү стратегияһы

Стратегия тәүге тапҡыр былтыр июндә «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы майҙансығында тәҡдим ителде. Уны әҙерләү менән Рәсәй Финанс министрлығының Ғилми-тикшеренеү финанс институты эксперттары шөғөлләнде.  Документта аныҡ маҡсаттар һәм уларға өлгәшеү юлдары билдәләнгән.

«Республика – Урал аръяғының төп инвесторы. Был төбәк – беҙҙең уртаҡ мәнфәғәттәр, борсолоуҙар һәм шатлыҡлы вавҡиғалар. Стратегияны әҙерләгәндә урындағы муниципалитеттарҙың тәҡдимдәрен иғтибар менән өйрәндек, халыҡтың теләктәрен иҫәпкә алдыҡ, барыһы менән дә кәңәшләштек», - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Республика һайлаған социаль-иҡтисади үҫеш векторын Өфөгә эш сәфәре барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин да юғары баһаланы.

«Һеҙҙә бөтә төп йүнәлештәр буйынса ыңғай күрһәткестәр күҙәтелә: эске төбәк продукты, сәнәғәт, ауыл хужалығы етештереүе арта. Рәсәйҙә эшһеҙлек буйынса иң түбән күрһәткестәрҙең береһе һеҙҙә. Төп капиталға инвестициялар дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән алда бара, тимәк, республика яҡын киләсәктә үҙенең яҡшы үҫеш темптарын гарантиялай», - тип билдәләне Владимир Путин.

Дөйөм алғанда, 2030 йылға тиклем Урал аръяғын социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһының бөтә сараларын тормошҡа ашырыуға 175,7 миллиард һум бүленәсәк.

2-се проект

Сибай ҡалаһында ПС-500 электр подстанцияһын төҙөү

ПС-500 электр подстанцияһын төҙөү проекты ла Урал аръяғын социаль-иҡтисади үҫтереү стратегик планының бер өлөшө булып тора, әммә ул рейтингта айырым позицияға лайыҡ. Сибайҙағы ҙур инфраструктура объекты 2025 йылдың тәүге яртыһында әҙер буласаҡ. Ул Урал аръяғында булған барлыҡ предприятиеларҙы ла хеҙмәтләндерәсәк, яңыларына ла ҡеүәт етәсәк. Электр подстанцияһы ҡулланыусыларҙы Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Учалы, Белорет һәм Бөрйән райондарының электр селтәрҙәренә технологик тоташтырыу буйынса сикләүҙәрҙе бөтөрөргә мөмкинлек бирәсәк, был, һис шикһеҙ, сәнәғәт секторына яңы инвесторҙар йәлеп итәсәк.

3-сө проект

Сибай – Сара яңы тимер юл тармағы

Сибай – Сара тимер юл тармағы төҙөлөшө проекты Башҡортостандың транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙә мөһим урын биләй. Яңы юл башҡа илдәр менән тура бәйләнеш булдырырға һәм потенциаль йөк әйләнешен үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк.

«170 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы тимер юл беҙгә йыл һайын 10 миллион тоннаға тиклем төҫлө металдар ташырға мөмкинлек бирергә тейеш. Республиканың көньяҡ өлөшөндә бер нисә баҡыр һәм цинк ятҡылығы бар. Был мөһим стратегик проект», - тине Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров.

4-се проект

Тергеҙелгән Сибай филармонияһы

Ә был проект Сибайҙа йәшәүсе һәр кешенең йөрәгенә үтеп инә. Янғындан зыян күргән ҡала филармонияһы бинаһы көлдән ҡалҡҡан Феникс ише яңынан тергеҙелде. 2021 йылда Сибай филармонияһы ремонттан һуң йәнә асылды. Бинаның майҙаны 2,5 мең квадрат метрҙан 6,5 квадрат метрға тиклем артҡан. Тамашасылар залы 500 урынға тиклем киңәйтелгән. Шуныһы мөһим: филармонияның архитектура үҙенсәлеге һаҡлап ҡалынды.

5-се проект

«Ҡаҙ һәм бал» гастрономия фестивале

«Ҡаҙ һәм бал» халыҡ-ара фестивале кеүек үҙенсәлекле ваҡиғаны иғтибарһыҙ ҡалдырып булмай. Тәүге тапҡыр ул 2020 йылда инвестиция һабантуй барышында үткәрелде. Шул ваҡыттан бирле ул Башҡортостандың һәм Сибай ҡалаһының визит карточкаһына әүерелде. Йыл һайын ул йылға буйындағы хозур урында меңәрләгән кешене йыя. Унда фермерҙарҙан иң яҡшы аҙыҡ-түлек тәҡдим ителә, тирмәләр, сауҙа ихаталары һәм палаткалары ҡорола.

Шулай итеп, йыл һайын үткәрелгән «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы портфелендә 5 йыл эсендә бихисап перспективалы проекттар тупланған. Башҡаларын киләһе рейтинг өсөн ҡалдырабыҙ.

Сығанаҡ һәм фото: “Башинформ” агентлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас