Мәктәп – бала, үҫмер саҡ һәм йәшлек хәтирәләрен һаҡлаған изге урын. Һәр башланғысҡа, уңыш-ҡаҙанышҡа нигеҙ тап унда һалына, шуға күрә беҙҙә белем биреү тармағына етди иғтибар бүленә. Быйыл, мәҫәлән, Башҡортостанда, мәктәптәрҙе хәҙерге заман талаптарына яраҡлаштырыу буйынса федераль программаға ярашлы, 77 мәктәп бинаһын ремонтлау ҡаралған. Капиталь ремонт атҡарыу өсөн федераль бюджеттан – 3,63 миллиард һум, республика бюджетынан 691,7 миллион һум бүленгән.
Программа бурыстары тормошҡа ашырыла
Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда балаларға төплө белем биреү өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыла. Тап ошо маҡсатта Рәсәй Президенты Владимир Путин мәктәптәрҙе, айырыуса ауыл ерендәгеләрҙе капиталь ремонтлау буйынса федераль программа ҡабул итте. 2026 йылға тиклем уға 365 бинаны индереү планлаштырыла. Республика ҡалаларындағы һәм райондарындағы белем усаҡтары ла ошо мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға тырыша.
Стәрлебаш районына килгәндә, быға тиклем дә бында мәктәптәр яңыртылды. Мәҫәлән, былтыр белем биреү ойошмаларын үҙгәртеп ҡороу, уларҙы хәҙерге заманға ярашлы йыһаз менән тәьмин итеү, биҙәкләү йәһәтенән матур яңылыҡтар теркәлде. Түбәнге Аллағыуат, Тәтер-Арыҫлан һәм Әмир ауылдарындағы белем усаҡтары яңыртылды һәм улар заманса йыһаз менән тәьмин ителде. “Мәғариф үҫеше” программаһы буйынса мәктәптәрҙең ҡыйығы, эске инженер системалары федераль бюджет аҡсаһына алмаштырылды, мәктәп биләмәләре, урамдағы спорт майҙансыҡтары республика иҫәбенә финанслау һөҙөмтәһендә төҙөкләндерелде.
Стәрлебаш ауылындағы башланғыс мәктәп тә федераль программала ҡатнашты. Әйткәндәй, 1968 йылда төҙөлгән был белем усағында ремонт эштәре беренсе тапҡыр атҡарылды. Мәктәп үткән быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән, шуға капиталь ремонт талап ителгән. Программаға ярашлы, бинаның ҡыйығы, түбәһе, иҙәне, тәҙрәләре алмаштырылған, стенаһы йылытылған, кабинеттар йүнәтелгән, эске биҙәкләү эштәре башҡарылған. Шулай уҡ белем усағы кабинеттары яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Тәтер-Арыҫлан ауылындағы 11 йыллыҡ мәктәптә лә ремонт эштәре атҡарылған. Түбәнге Аллағыуат ауылындағы мәктәп тә яңыртылған. Белем усағын асыуға мәктәп яны биләмәһенә асфальт түшәлгән, ҡойма алмаштырылған. Һөҙөмтәлә былтыр Стәрлебаш районындағы дүрт мәктәп бөтөнләй икенсе төҫ-ҡиәфәт алған.
Был эште тәүгеләрҙән булып башланылар
Быйыл да республика мәктәптәрендә ремонт эштәре башланды. Шулай итеп, белем биреү өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Башҡортостанда Стәрлебаш районы “Мәктәп биналарына капиталь ремонт үткәреү” федераль программаһына беренселәрҙән булып ҡушылды. Әле дүрт белем усағында ремонт ҡайнай.
Былтыр райондағы дүрт мәктәптә лә эштәр апрелдә башланып, августа тамамланғайны. Белем көнөн балалар сынъяһау белем усаҡтарында ҡаршыланы. Быйыл иһә төҙөлөш эштәренә февралдә тотондолар. Стәрлебаш ауылындағы 2-се (1993 йылда төҙөлгән), Иҫке Ҡалҡаш (1967 йылда сафҡа ингән), Йәшергән (1988 йылда тапшырылған) һәм Айҙарәле (1971 йылда төҙөлөш тамамланған) мәктәптәре заманлаштырыла. Әле 600-гә яҡын бала ваҡытлыса башҡа уҡыу йорттарында белем ала. Капиталь ремонт һәм йыһазландырыу өсөн 203 миллион һум аҡса бүленгән.
Алдағы ике йылда Башҡортостанда йәмғеһе 7,9 миллиард һум тәшкил иткән 140 мәктәп бинаһын ремонтлау ҡаралған.
Стәрлебаш ауылындағы 2-се мәктәп директоры Рәсүл Мирхәйҙәровтың һөйләүенсә, федераль проект һөҙөмтәһендә белем усағы заманға ярашлы үҙгәртеп ҡороласаҡ.
– 1993 йылда төҙөлгән мәктәптә яңыртыу талап ителә ине. Әле капиталь ремонт бара. Бының өсөн 82 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. 1 авгусҡа тиклем барлыҡ эштәр ҙә тамамланыр, тип көтәбеҙ, – тине Рәсүл Валерий улы.
Подрядсы – “БИЛД” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Әлегә эштәрҙең 20 проценттан ашыу самаһы атҡарылған. Ә балалар әлегә, ремонт эштәре атҡарылған ваҡытта, 1-се мәктәптә белем ала.
Беҙ барғанда, Наил Искәндәров, Виктор Зуев һәм башҡалар көпләү-йөҙләү эше менән шөғөлләнә ине. Улар төҙөлөштөң көйлө, тотҡарлыҡһыҙ барыуы һәм барыһының да ваҡытында тапшырыласағы хаҡында әйтте.
Айһылыу НИЗАМОВА