Иҡтисад
16 Мая 2023, 07:15

Трамвай етештерәсәктәр

Өфөлә трамвай етештереү буйынса Беларусь менән берлектәге предприятие асыла

Добавить в предпочтительные источники Google
Трамвай етештерәсәктәрТрамвай етештерәсәктәр
Трамвай етештерәсәктәр

Өфөлә трамвай етештереү буйынса Беларусь менән берлектәге предприятие эшкә ҡушыласаҡ. Ошо туралағы ҡарарҙы Рәсәй һәм Белерусь төбәктәренең 23 – 28 июндә Өфөлә уҙасаҡ Х Халыҡ-ара форумында ҡабул итергә йыйыналар.

“Берлектәге предприятиены Өфөнөң транспорт инфраструктураһы идаралығының трамвай депоһы менән бергә урынлашҡан майҙансығында эшләтеп ебәрергә планлаштырабыҙ”, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. – “Был яңы майҙансыҡ булдырыу буйынса сығымдарҙан азат итәсәк. Әлегә ваҡытта предприятиеның майҙансығы ла, хеҙмәткәрҙәр штаты ла бар”.

Ошо хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә Өфөлә иҫкерә башлаған рельслы электр транспортын яңыртыу күҙаллана.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин