

Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостандан рәсми делегация “Рәсәй –Ислам донъяһы: KAZANFORUM“ XIV халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашасаҡ. Был сара барышында төбәк делегацияһы “Ышаныс иҡтисады: Рәсәй Федерацияһы һәм Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмалары илдәренең партнерлығы” тип исемләнгән пленар ултырышта ла була.
"Үткән йылда республикабыҙ Ислам донъяһының 23 иле менән тышҡы сауҙа мөнәсәбәттәре булдырҙы. Был илдәр өлөшөнә Башҡортостандың дөйөм тауар әйләнеше күләменең 25 процент тирәһе тура килә. Ислам партнерҙары менән тығыҙ бәйләнеште иҫәпкә алып, республикабыҙҙың ҡеүәтен күрһәтергә әҙерләнәбеҙ. Беҙ тәҡдим иткән инвестиция, сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади мөмкинлектәр сит ил коллегаларыбыҙҙы ла ҡыҙыҡтырыр тип ышанабыҙ. Был иһә Башҡортостанда яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк", - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Делегация ағзалары өсөн ҙур эшлекле программа төҙөлгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров унда “Рәсәй – Ислам донъяһы” стратегия төркөмөндә ҡатнашасаҡ. Төбәк Башлығы еткселегендәге делегация Иран Ислам республикаһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары, Иран Ислам республикаһының сауҙа үҫеше буйынса ойошмаһы рәйесе Алиреза Пейманпак менән дә осрашыу уҙғарасаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.