+21 °С
Болотло


Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланыуға биш көн ҡалды: ул Сибай ҡалаһында 25-27 майҙа үтә.
Сибай ҡала етәкселеге белдереүенсә, "Терра Зауралье" паркында оло сараға әҙерлек эштәре башланған, шуға күрә паркка инеү урындары сикләнгән.
Әйткәндәй, 26 майҙа Сибай ҡалаһында ҡала, республика һәм Рәсәй йондоҙҙарының сағыу концерттары буласаҡ. Саранан һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ, Сибай һеҙҙе көтә!
Фото: "Бәйләнештә".