Иҡтисад
22 Май 2023, 04:30

Дүрт көндән «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы була

Ул Сибай ҡалаһында 25 майҙан 27-һенә тиклем үтәсәк.

Дүрт көндән «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы булаДүрт көндән «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы була
Дүрт көндән «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы була

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланыуға дүрт көн ҡалды: ул Сибай ҡалаһында 25-27 майҙа үтә.

37-се һайлау округы буйынса РФ Дәүләт Думаһы депутаты Анатолий Аксаков, Башҡортостандың уның тыуған яғы булыуын билдәләп, инвестиция һабантуйында ҡатнашырға теләүселәрҙең барыһын да сәләмләне.

Бында ил өсөн мөһим мәсьәләләр, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшереләсәк. Анатолий Аксаков ҡатнашыусыларҙың барыһына ла эшлекле дискуссиялар һәм ҡыйыу тәҡдимдәр теләне.

Мөһим эшлекле саранан һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ!

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас