Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың Рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы вәкилдәре Татарстандың Ҡазан ҡалаһындағы ассоциацияһы менән берлектә хеҙмәттәшлек тураһында өс яҡлы килешеү төҙөгән. Уның сиктәрендә улар гастрономия өлкәһендә бәйләнеште нығытырға уйлай, Башҡортостандың һәм Татарстандың милли аш-һыуын үҫтерергә теләй, урындағы кафе һәм ресторандарҙа башҡорт һәм татар фестивалдәрен ойоштороуҙы күҙ уңында тота.
– Төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү сиктәрендә Башҡортостандың һәм Татарстандың рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы вәкилдәре килешеү төҙөнө, – тип һөйләй Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. – Был үҙ сиратында инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыуға килтерәсәк, шулай уҡ республикабыҙ халҡын һәм беҙгә килгән ҡунаҡтарҙы хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыуға шарттар тыуҙырыуға этәрәсәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.