Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Май 2023, 21:16

Уңайлыраҡ хәҙер юл йөрөү

Башҡортостандың транспорт тармағы нисек үҫә?

Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғарипов Башҡортостандағы транспорт системаһының быйыл һәм яҡын киләсәктәге үҫеше нисек күҙалланыуы тураһында сығыш яһаны. Был ҡатмарлы тармаҡ транспорт паркын ҙурайтыуҙы һәм даими яңыртыуҙы ла, йөк һәм пассажир ташыу бурыстарын хәҙерге заманға яраҡлаштырыуҙы ла талап итә.

 

Улар конкурста һайлап алына

 

– Үҙенә йөкмәтелгән бурыстарға ярашлы, министрлыҡ муниципаль маршруттарҙы билдәләй, уларҙы үҙгәртә йәки туҡтата, шулай уҡ конкурс процедуралары ойоштора, – тине Руслан Ғарипов. – Пассажирҙар ташыу буйынса бөгөнгә 390 муниципаль-ара маршрут эшләй, шуларҙың 62 процентын республиканың “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәтләндерә.

Ҡануниәттә ҡаралғанса, маршруттарҙа пассажирҙар ташыған ойошманы йәки эшҡыуарҙы һайлап алыу өсөн асыҡ конкурстар үткәрелә. Былтыр министрлыҡ 80 маршрут буйынса ошондай ете конкурс үткәргән һәм һөҙөмтәлә ташыусылар һайлап алынған. Үткән йыл пассажир ташыусыларға 108 таныҡлыҡ һәм 1030 маршрут картаһы тапшырылған. Бынан тыш, былтыр яңы муниципаль-ара маршруттар билдәләү һәм үҙгәртеп ҡороу буйынса 32 комиссия ойошторолған, улар ҡала һәм район хакимиәттәре, дәүләт автоинспекцияһы менән берлектә яңы туҡталыш урындарын аныҡлау, хәрәкәт схемаһын үҙгәртеү мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнашҡан.

 

Яңы автобустар күбәйә

 

Башҡортостандың транспорт тармағын үҫтереү маҡсатында республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министр­лығы 2018 йылдан алып “Башавтотранс” өсөн яңы автобустар һатып алыу буйынса әүҙем шөғөлләнә. Бөгөнгә ҡарата был яңы транспорт төрөнөң һаны бер меңдән ашты.

Үткән йылда беренсе тапҡыр респуб­ликаның Өфө ҡала агломерацияһы буйынса “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендәге ғаризаһы ҡәнәғәтләндерелде, ул 2023-2024 йылдарҙа баш ҡаланың пассажирҙар транспортын яңыртыу маҡсатын ҡуя.

Башҡортостандың транспорт система­һы йылдан-йыл яңы автобустар менән тулылана бара һәм министр урынбаҫары быны аныҡ һандар менән дәлилләне:

– 2018 йылда бәләкәй класлы өс “Форд Транзит” һатып алынған;

– 2019 йылда 478 автобус алынған (ҙур класлы 86 “НефАЗ”, 35 “Лиаз”), урта класлы 222 “Вектор Некст”);

– 2020 йылда 245 автобус алынған (бәләкәй класлы 40 “Форд Транзит”, урта класлы 155 һәм ҙур класлы 100 автобус);

– 2021 йылда 220 автобус (120-һе – урта, 100 автобус – ҙур класлы);

– 2022 йылда ҙур класлы 105 “НефАЗ” автобусы.

Шәхси предприятие хужалары ла халыҡты транспорт менән хеҙмәтлән­дереүҙе яҡшыртыу өсөн йөк ташыу составын яңыртыу эше алып бара. Мәҫәлән, “Автомиг” яуаплылығы сикләнгән ширҡәте 2018 йылдан алып ҙур класлы 70 “Лотос” автобусы һатып алған.

 

Иҡтисади нигеҙләү хәл итә

 

Пассажирҙар ташыу хеҙмәтен комплекслы хәл итеү өсөн Башҡортостанда транспорт планлаштырыуы документтарын эшләү ҙә заман талап иткән кимәлдә бара.

– Документтар әҙерләү барышында пассажир ташыуҙағы даими маршрут­тарҙы уңайлаштырыу һәм уны нигеҙләү, йәмәғәт транспорты эшмәкәр­леген иҡтисади яҡтан нигеҙләү саралары башҡарыла, – ти Руслан Ғарипов. – Беҙҙең министрлыҡ “Башҡортостанда транспорт планлаштырыуы документтарын эшләү” тигән темаға ғилми-тикше­ренеү менән дә шөғөлләнә. Шулай уҡ Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡала агломера­цияларының транспортын планлаштырыу документтары айырым әҙерләнә. Бөтә был эш өс этапта үткәрелә һәм быйыл 11 июлдә тамамланырға тейеш.

Башҡарылған эш һөҙөмтәһенә ярашлы, дөйөм файҙаланыуҙағы даими пассажир ташыу маршруттарының селтәре, бөгөнгө талаптарҙан сығып, яңынан ҡараласаҡ, транспорт эшенең күләме һәм һәр килешеүҙең хаҡы билдәләнәсәк. “Рәсәй Федерацияһында пассажирҙарҙы һәм багажды автомобиль транспорты һәм ҡала ер өҫтө электр транспорты менән даими ташыуҙы ойоштороу тураһында”ғы 220-се Федераль законды башҡарыу маҡсатында Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы муниципаль берәмектәр хакимиәттәре һәм “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә ташыусылар менән килешеүҙәр төҙөү өсөн был эштең башланғыс хаҡы буйынса иҫәпләүҙәр үткәрҙе. Был иһә дәүләт һәм муниципаль килешеүҙәрҙе яңыртып төҙөгәндә кәрәк.

Бөгөн ҡайһы бер муниципаль берекмәләрҙә алдан билдәләнгән тариф буйынса пассажир ташыу килешеүҙәре ошо Федераль законға ярашлы төҙөлдө лә инде. Улар замандың үҙгәрә барған талаптарын күҙ уңында тотоп ойошторола. Мәҫәлән, Иглин районында оҙаҡламай яңы транспорт системаһының пилот проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ: ошо ҡасабалағы тимер юл станцияһында пассажирҙарҙы күсереп ултыртыу нөктәһе булдырыла, кешеләрҙе Өфө – район үҙәге – ауыл схемаһы буйынса ташыясаҡтар. Был иһә бер-береһен ҡабатлаған маршруттарҙы бөтөрөргә, сығымдарҙы кәметергә ярҙам итергә тейеш. Яңы схемала ҙур класлы автобустар ҡулланыу һәм пассажирҙар ағымын ҙурайтыу планлаштырыла. Иглин районы хакимиәте билдәләгән муниципаль маршруттарға (Иглин – Таутөмән, Иглин – Балтика – Кальтовка, Иглин – Түбәнге Ләмәҙ һәм башҡалар) ошо күсереп ултыртыу нөктәһе аша уҙыу бурысы ҡуйыла.

 

Экспрестар әүҙемләшә

 

Башҡортостанда 2021 йылдан алып, инновациялы “Орлан” һәм “Ҡарлуғас” хәрәкәт составтарын файҙаланып, ҡала яны тимер юл транспортында пасса­жирҙарҙы ашығыс ташыу хеҙмәте йылдам үҫә бара. Бөгөнгә өс тимер юл экспресы эшләй: Өфө – Күмертау – Ырымбур маршруты буйынса “Көньяҡ экспресс”, Өфө – Айгир маршрутындағы “Көнсығыш экспресс (“Орлан” рельслы автобусы менән башҡарыла), Өфө – Приют – Абдулла маршруты (артабан ул Өфөнән Әшәгә тиклем оҙайтыласаҡ) һәм Өфө – Раевка маршруты буйынса “Көнбайыш экспресс” (артабан Приютҡа тиклем оҙайтыласаҡ).

Былтыр йәй Өфө ҡала агломерацияһы эсендә дүрт маршрутта “Ҡарлуғас” электр поезы йөрөй башланы, ә октябрҙә Өфө – Белорет ҡала яны поезы юлға сыҡты.

Быйыл “Көнсығыш экспресс” проекты­ның икенсе этабын бойомға ашырыу планлаштырыла, ә 1 июлдән Өфө – Белорет поезд юлын Магнитогорскиға һәм Сибайға тиклем оҙайтыу күҙаллана. Һуң­ғы­һын тормошҡа ашырыу өсөн “Ҡарлуғас” электр поезының ике системалы типтағы ике составы килгәнде көтәләр.

 

Һауа юлдары элекке хәленә ҡайта

 

“Өфө” халыҡ-ара аэропорты осоштар һанын арттырыу һәм уларҙың геогра­фияһын киңәйтеү өҫтөндә эшләүен дауам итә. Был Рәсәйҙең эске йүнәлештәренә лә, халыҡ-ара маршруттарға ла ҡағыла.

Бөгөнгә эске авиалиниялар селтәре 40 маршруттан тора һәм дөйөм пассажирҙар ағымының 90 процентын тәшкил итә. Иң ҙур ихтыяж менән файҙаланған линиялар – Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Сорғот һәм Новосибирск. Былтыр Иркутск, Красноярск, Грозный, Пермь, Омск, Әстрхан һәм Нарьян-Мар ҡалаларына рейстар асылды.

Донъялағы сәйәси хәл ҡатмарлашыуға ҡарамаҫтан, һауа пассажирҙар ағымы аҡрынлап элекке хәленә ҡайта башланы. Шул иҫәптән – яҡындағы сит илдәргә яңы рейстар асыу иҫәбенә. Бойон­дороҡһоҙ дәүләттәр берекмәһе илдәренә һәм ЕАЭС (Евразия иҡтисади союзы) дәүләттәренә пассажирҙар ташыу байтаҡҡа артты. Әлеге көндә Өфө аэропортынан Азербайжан (Баку), Әрмән Республикаһы (Ереван), Ҡырғыҙстан (Ош), Тажикстан (Дүшәнбе), Үзбәкстан (Ташкент) дәүләттәренә осоштар даими яһала. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Ҡаҙағстанға һәм Үзбәкстанға сәфәре һөҙөмтәһендә былтыр Ҡаҙағ­стандың Астана, Аҡтау һәм Алматы ҡалаларына, Үзбәкстандың Наманган ҡалаһына авиарейстар асылды.

Сит илдәрҙәге курорттарға килгәндә, Төркиәнең Истанбул һәм Анталья ҡалаларына, Берләшкән Ғәрәп Әмир­лектәренең Дубай һәм Шарджа ҡала­ларына, Таиландтағы Пхукет ҡалаһына осоштар дауам итә.

– Быйыл Өфө аэропорты осоштарҙың ғәмәлдәге программаһын һаҡлауҙы планлаштыра: Белоруссияның баш ҡалаһы Минскиға һәм Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд ҡалаһына яңы рейстар асылды ла инде, шулай уҡ Израилдең баш ҡалаһы Тель-Авивҡа, Ҡытайҙың Урумчи ҡалаһына һәм Ирандың баш ҡалаһы Тегеранға һауа юлдары асыу планлаштырыла. Башҡорт­остандың транспорт системаһын үҫтереү эше артабан да дауам итәсәк, – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғарипов.

 Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас