Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Май 2023, 18:30

Ауырғазыла хәлдәр нисек?

Республика Башлығы ауырғазыларҙың уңыштары менән танышты.

Ауырғазыла хәлдәр нисек?
Ауырғазыла хәлдәр нисек?

Ауырғазы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Талбазы ауылындағы “Кирач” ижади төркөмөнөң музей-оҫтаханаһын ҡарап сыҡты. Бында керамик әйберҙәр – фольклор әҫәрҙәре геройҙарының һындарын, шулай уҡ республика тарихынан һәм мәҙәниәтенән ҙур объекттар, сувенир продукцияһы яһайҙар.

– Башҡортостанға туристар ағымының артыуына бәйле үҙенсәлекле сувенир продукцияһына ихтыяж да үҫә. Һеҙҙең оҫтаханағыҙҙы “Башҡортостанда оҙон ғүмер” һәм “Мәктәп туризмы” республика программаларының маршрутына мотлаҡ индерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Балсыҡтан нисек итеп әйберҙәр эшләгәндәрен кешеләрҙең күреү мөмкинлеге булырға тейеш. Сувенирҙарығыҙҙы визит-үҙәктәргә лә ҡуйырға кәрәк. Көҙ Евразия күсмә цивилизациялар музейы биләмәһендә ошондай үҙәктәрҙең береһен асырға ниәтләйбеҙ.

Башҡортостан Башлығы музейҙың абруйлы ҡунаҡтары китабында яҙма ҡалдырҙы һәм “Кирач” ижади төркөмөнә уңыштар теләне.

Талбазыла Башҡортостан Башлығы Ауырғазы районындағы иң ҙур предприятиеларҙың береһе – “Керамик технологиялар” компанияһының етештереү майҙансығында булды. “Башҡорт кирбесе” холдингына ингән предприятие республиканың төҙөлөш тармағы өсөн кирбес етештерә. Предприятие директоры Дамир Сәйфуллин һөйләүенсә, заводта муниципалитет булышлығында производствоны яңыртыу буйынса инвестиция проекты тамамланып килә. Майҙансыҡта балсыҡ әҙерләү ҡорамалы монтажланған, пресс, кирбес ҡырҡыу һәм һалыу автоматы алмаштырылған.

Башҡортостан Башлығы етештереү цехтарын ҡарап сыҡты һәм предприятие етәкселеге менән аралашты. Дамир Сәйфуллин белдереүенсә, производствоны модернизациялағандан һуң ҡеүәт ике тапҡырға артҡан, һөҙөмтәлә предприятиела яңы вакансиялар барлыҡҡа килгән, етәкселек яңы белгестәрҙе эшкә алырға планлаштыра.

Төбәк етәксеһе Ауырғазы районы хакимиәтенә эшҡыуарлыҡ менән һөҙөмтәле эш алып барған өсөн рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров муниципаль һыу үткәргес төҙөү майҙансығында ла булды. Хәҙер объектта селтәрҙәрҙе реконструкциялау нигеҙендә монтаж эштәре башҡарыла. 1978 йылда төҙөлгән инженерлыҡ объекты Ауырғазы һәм Ғафури райондарының 20-нән ашыу ауылын эсәр һыу менән тәьмин итә. Белгестәр әйтеүенсә, элекке һыу үткәргес ныҡ иҫкергән.

Хаҡы 410 миллион һумлыҡ тәүге реконструкциялау этабын былтыр проектлағандар. “Ауырғазы һыу каналы” предприятиеһы һыу селтәрен яңыртыуға 208,5 миллион һум күләмендә айырым маҡсатлы заем алған. Бынан тыш, республика 200 миллион һум самаһы субсидия бүлгән.

Биләмәләрҙе һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен комплекслы хәл итеү өсөн селтәрҙәрҙе реконструкциялауҙың икенсе этабын – яңы һыу бүлеү ҡоролмаһын проектларға кәрәк. Радий Хәбиров мәсьәләне контролдә тоторға һәм республиканың власть органдары менән берлектә төҙөлөштө билдәләнгән ваҡытҡа тамамларға ҡушты.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Ауырғазыла хәлдәр нисек?
Ауырғазыла хәлдәр нисек?
Ауырғазыла хәлдәр нисек?
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас