Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Талбазыла Ауырғазы, Бөрйән, Ғафури, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән сираттағы зона кәңәшмәһен үткәрҙе. Көн тәртибендә - биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләре. Фекер алышыуҙа министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.
Эш башланыр алдынан төбәк етәксеһе Ауырғазы районы предприятиеларының иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарындағы продукцияһы, ҡаҙаныштары күргәҙмәһен ҡараны. Өфөнөң "Оптри" тегеү фабрикаһы директоры Зөлфирә Ғәзизова район хакимиәте булышлығында предприятиеның Талбазыла филиалын асыуы хаҡында һөйләне.
Республика Башлығы медицина кейеме етештереү менән шөғөлләнгән "Белая река" компанияһы етәкселеге менән дә аралашты. Предприятиеның генераль директоры Азамат Сәйфуллин һөйләүенсә, улар ҙа еңел сәнәғәткә ярҙам итеү саралары менән әүҙем файҙалана. Радий Хәбиров субсидияларға документтарҙы йыл һайын тапшырырға кәңәш бирҙе, сөнки программа буйынса бүленгән аҡсаның күләме йыл һайын арта. Быйыл дөйөм ярҙам суммаһы 150 миллион һумға еткән. Башҡортостан Башлығы фермерҙар, "Пищевик" ҡулланыусылар кооперативы һәм урындағы икмәк ташыу предприятиеһында етештерелгән продукция менән дә танышты.
Семинарҙағы сығышында төбәк етәксеһе урындағы үҙидара органдары эшенең яҡын киләсәккә мөһим бурыстарын билдәләне.
"Беҙ һеҙҙең менән ил һәм республика үҫешенең ҡатмарлы осоронда йәшәйбеҙ. Ауыл биләмәләрендә эшләүҙең ни тиклем ауыр булыуын аңлайым, - тине Радий Хәбиров. - Һеҙҙең һорауҙарығыҙҙы, тәҡдимдәрегеҙҙе ишетеү, уларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү өсөн бындай осрашыуҙарҙы йыш үткәрәбеҙ. Башҡортостан Башлығы урындарҙағы коллегаларына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе".
"Беҙ ирекле батальондарҙы бөтә кәрәкле ғәмәлдәр менән тәьмин итәбеҙ, гумконвойҙарҙы мобилизацияланған егеттәргә ебәрәбеҙ. Юридик һәм финанс йәһәттән ярҙам итеү саралары күрелде. Һеҙҙең бурыс - бөгөн яҡташтарығыҙҙың кемеһенең алғы сафта булыуын аныҡ белеү һәм уларҙың туғандары, яҡындары хаҡында хәстәрлек күреү. Бында икенсе пландағы мәсьәләләр булмай", - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ хәҙерге саҡырыуҙар шарттарында республика иҡтисадының тотороҡло үҫешеүе хаҡында хәбәр итте.
Сығыш аҙағында республика Башлығы муниципалитеттарҙы үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр менән даими диалог алып барыу кәрәклегенә иғтибар итте. Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар министрлыҡ һәм ведомство эксперттары ҡатнашлығында тематик эш төркөмдәре форматында ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Фото: glavarb.ru