Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Май , 10:31

Үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре тикшереләсәк

26 июндән 28-нә саҡлы Өфөлә Рәсәй менән Беларусь төбәктәренең Х форумы үтәсәк. Уның темаһы – “Рәсәй менән Беларусь төбәктәре форумының 10 йыллығы: һөҙөмтә һәм перспективалар”.

Форумды ойоштороусылар – Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы, Беларусь Респубюликаһының Милли Йыйылышының Республика Советы, Башҡортостан Хөкүмәте.

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, йыйында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы бай йөкмәткеле программа көтә. 27 июндә, мәҫәлән, “Торатау” конгресс-холында Рәсәй менән Беларусь төбәктәрендәге халыҡ хужалығы ҡаҙаныштарының күргәҙмәһе асыласаҡ. Артабан эш секцияларҙа дауам итәсәк. Уларҙа дуҫ илдәр араһындағы хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре һәм башҡа мәсьәләләр буйынса фекер алышыу күҙ уңында тотола. Эксперттарҙың иғтибар үҙәгендә – ошо ун йыллыҡ һөҙөмтәләре һәм киләсәктәге хеҙмәттәшлек йүнәлештәре.

Шул уҡ көндө Рәсәй төбәктәренең сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ менән хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһе буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторола. Бер үк ваҡытта Рәсәй менән Беларусь сауҙа-сәнәғәт палаталарының ултырышы үтәсәк.

Хәбәр ителеүенсә, форумда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән 900-гә яҡын ирекмәндең ҡатнашыуы ла көтөлә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас в