Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Май , 10:30

Өфөлә – ҙур сара

Өфөгә 500 тирәһе белгестең йыйылыуы күпте һөйләй

Өфөлә – ҙур сара
Өфөлә – ҙур сара

Өфө ҡалаһының "Торатау" конгресс-холында "Закупки-2023" тигән төбәк-ара конференция бара. Унда һатып алыуҙар ваҡытындағы үҙенсәлектәр һәм үҙгәрештәр һәм уға индерелгән яңылыҡтар, уны закондар йәһәтенән көйләү, үҫеш юлдары тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Конференцияға Рәсәйҙең 20-гә яҡын субъектынан етәкселәр килгән, ҡыҫҡаһы, ҡатнашыусылар һаны 500-ҙән ашыу.

Башҡортостандың конкурент сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова әйтеүенсә, бер майҙансыҡҡа, тимәк Өфөгә 500 тирәһе белгестең йыйылыуы күпте һөйләй. Заказ биреүселәр, эксперттар һәм башҡалар һәр береһе эшлекле тәҡдимдәрен еткерә.

– 2022 йыл улар өсөн еңелдән булмаған, беҙгә дуҫ булмаған илдәрҙең санкцияһы заказ биреүселәргә һәм һатып алыусыларға ҡыйынлыҡтар тыуҙырған, – тине Гөлшат Арыҫланова. – Үҙ сиратында, хаҡтар ныҡ артҡан, логистика үҙгәргән. Уның ҡарауы, Рәсәй һәм Башҡортостан етәкселәгенең тейешле саралар күреүе – бар ҡатмарлыҡтарҙы мөмкин тиклем бөтөрөүгә килтергән.

Шулай уҡ "Фабрикант" ЭТП-ның коммерция буйынса директоры Максим Кулешов, "Сбербанк АСТ" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Юлия Обаляева һәм бүтәндәр йөкмәткеле сығыш яһаны.

Сараның пленар өлөшөндә эштәрҙе ябайлаштырыу тураһында фекер алыштылар, түңәрәк өҫтәлдә сиселмәҫтәй тойолған мәсьләләр уртаға һалып һөйләшелде, аҙаҡтан 2022 йылда уңыш ҡаҙанған иң-иңдәр бүләкләнәсәк.

Баш ҡалабыҙҙағы "Закупки-2023" тигән төбәк-ара конференция ике көн – 25-26 май көндәре барасаҡ.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в