Бөгөн Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды.
Форумды Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ойоштора. Унда ҡатнашыу өсөн 1200-ҙән ашыу кеше ғариза биргән, улар араһында - дәүләт власть органдары һәм бизнес-берләшмә вәкилдәре, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән килгән инвесторҙар. "Урал аръяғы-2023" һабантуйының эшлекле программаһы сиктәрендә төрлө темаға 20-нән ашыу сессия уҙғарыу планлаштырылған. Профилле секциялар һәм пленар ултырыш барышында ҡатнашыусылар инвестиция эшмәкәрлеге һәм инвестициялар йәлеп итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә уңайлы бизнес-мөхит булдырыу алымдарын тикшерәсәк.
2023 йылдың 25 майында "Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының тәүге көнөндә Төбәк-ара бизнес-шәрифтар форумына старт бирелде. Унда сит ил дәүләттәре, Рәсәй төбәктәре вәкилдәре, Башҡортостандың бизнес-шәрифтәре ҡатнаша.
Бәләкәй бизнестағы хәлде анализлауға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләренә, уларҙың һөҙөмтәлелегенә, дәүләт менән бизнестың үҙ-ара килешеп эш итеүе өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыуға арналған йөкмәткеле өс программа планлаштырылған.
Форум сиктәрендә "Үҙгәрештәр иҡтисадында бәләкәй һәм урта бизнес: системалы мәсьәләләр һәм ярҙам саралары" тигән пленар дискуссия үтә, унда республиканың бизнес-шәрифтәре, шулай уҡ Рәсәй төбәктәре, сит дәүләттәр вәкилдәре ҡатнаша.
Модераторы - "РБК-Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рауил Ватолин.
Шулай уҡ бизнесҡа дәүләт ярҙамының уңышлы сит ил һәм үҙебеҙҙең тәжрибәләре менән таныштырыу була. Форумда ҡатнашыусылар алдында Үзбәкстан, Ҡаҙағстан эксперттары сығыш яһаясаҡ, Рәсәй төбәктәре вәкилдәре лә үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.
"Фекер алышыу клубы: эшҡыуар булыу еңелме?" сессияһы сиктәрендә бизнес-шәрифтәр бер нисә көнүҙәк теманы тикшерәсәк:
- бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, дәүләт власы органдары араһында диалогты киңәйтеү;
- административ кәртәләрҙе кәметеү;
- бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына инфраструктура, финанс һәм институциональ ярҙамдың һөҙөмтәлелеген арттырыу;
- эшҡыуарлыҡ хәүефһеҙлеге һәм инвестицияларҙы яҡлау;
- дәүләт ярҙамы сараларын либералләштереү;
- биләмәләрҙе үҫтереүгә инвестициялар. Инжиниринг - хәүефтәрҙе кәметеү инструменты;
- эшҡыуарлыҡты һәм тотош иҡтисадты һанлаштырыу үҙенсәлектәре;
- бәләкәй бизнес һәм шәхси эшҡыуарлыҡ субъекттарына өҫтәмә льготалар һәм өҫтөнлөктәр булдырыу;
- статистика, һалым һәм финанс иҫәп-хисап биреү механизмдарын ябайлаштырыу;
- бәләкәй бизнес һәм шәхси эшҡыуарлыҡтың тышҡы баҙарға сығыуы өсөн шарттар булдырыу.
26 майҙа бизнес-шәрифтәр бизнес стратегияһы һәм уға идара итеү буйынса Global Management Challenge Башҡортостан кубогы финалында ҡатнашасаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.