Башҡортостан
+23 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май , 15:50

Һатып алыуҙар нисек ойошторолған?

Күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү, бер-беребеҙ менән тәжрибә уртаҡлашыу киләсәктә уй-ниәттәрҙе алға ебәреү йәһәтенән ныҡ отошло.

Һатып алыуҙар нисек ойошторолған?
Һатып алыуҙар нисек ойошторолған?

Өфө ҡалаһының "Торатау" конгресс-холындағы "Һатып алыу-2023" төбәк-ара конференцияһына бик юғары баһа бирҙеләр. Конференцияла Рәсәйҙең 20-гә яҡын субъектынан етәкселәр килде, ҡатнашыусылар һаны 500-ҙән ашыу булды. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостандың конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, "Фабрикант" ЭТП ойошмаһы, "Һаҡлыҡ банкы АСТ" акционерҙар йәмғиәте.

Конференцияны Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин асты һәм барыһын да Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың исеменән сәләмләне.

Башҡортостандың Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова әйтеүенсә, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү, бер-беребеҙ менән тәжрибә уртаҡлашыу киләсәктә уй-ниәттәрҙе алға ебәреү йәһәтенән ныҡ отошло. Гөлшат Марат ҡыҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе.

Сараның пленар өлөшөндә һөйләшеү ныҡ ҡыҙыу барҙы, түңәрәк өҫтәлдә лә киҫкен мәсьәләләр тикшерелде.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в