Башҡортостан
+23 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май , 11:41

Игенсе күңелендә ышаныс бар

Баймаҡ районында баҫыу эштәре йылдам бара.

Быйылғы миҙгел район аграрийҙары өсөн уңышлы булмаҡсы. Ҡыштың ҡарлы булыуы, ямғырҙар – һәр игенсенең теләге генә түгел, киләсәккә өмөтө лә, йәшәү мәғәнәһе лә. Шунлыҡтан быйыл Баймаҡ игенселәре яҙғы сәсеү кампанияһын ойошҡан рәүештә башлап ебәрҙе. Күп хужалыҡтар иһә эште тамамлау алдында. Әле дөйөм майҙандарҙың 90 процентында сәсеү тамамланған.

Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов белде­реүенсә, быйыл төбәктә бөтәһе 89 мең 360 гектарҙа сәсеү планлаштырыла. Шуның 72 мең 770 гектарында – иген культуралары, 4 мең 100 гектарҙа – техник һәм ҡалған майҙанда мал аҙығы культуралары сәселәсәк.

– Бәрәкәтле Баймаҡ тупрағына тәүге орлоҡтарҙы “И. Байегетов”, “А. Мырҙаҡаев”, “И. Шәмсетдинов” крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы һалды. Былтыр район аграрийҙары юғары уңыш йыйып алды, шуға күрә һәр хужалыҡта етерлек орлоҡ туплан­ған. Сорт яңыртыу маҡсатында 150 тонна элиталы орлоҡ һатып алынды, кемдәр орлоҡ алған, уларға субсидия биреләсәк. Әйткәндәй, аграрийҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү быйыл да дауам итә.

Яҙғы баҫыу эштәрен төҙөк техникаһыҙ юғары кимәлдә үткәреү мөмкин түгел, шуға күрә агрегаттар көҙҙән үк ипкә килтерелеп, әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Баҫыуҙарҙы бөтәһе төрлө маркалы 140 агрегат иңләй. Үкенескә ҡаршы, минераль ашлама һатып алыу буйынса хәл яҡшынан түгел, сөнки хаҡтары бик ҡиммәт. Шуның өсөн һуңғы йылдарҙа беҙҙең аграрийҙар биологик ашламалар һатып алыуға өҫтөнлөк бирә. Был тәңгәлдә Октябрь ауылынан Шәрәфетдинов­тарҙы өлгө итеп күрһәтергә мөмкин – улар баҫыу эштәрендә микро-ашламалар ҡуллана һәм мул уңыш үҫтереп ала, – ти Азат Булат улы.

Ҡасандыр данлы игенселәр иле – “Йылайыр” иген фабрикаһын тәшкил иткән ялан зонаһы эшселәре әле лә һынатмай. Был төбәк республикала данлы үткәне, эшһөйәр халҡы, икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙары, йөҙҙәрсә тонна иген үҫтереүе менән генә түгел, ауыл хужалығы тармағында яҡты эҙ ҡалдырған, күкрәктәрендә Алтын Йондоҙ балҡыған данлыҡлы игенселәр – Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Василий Солонин, Әғләм Нәҡиев һәм Риза Яхин кеүек ялан батырҙары менән дә киң танылыу тапҡан.

Беҙ барғанда Сосновка ауылы фермеры Нур Рәхмәтуллин баҫыуҙың һуңғы ыҙанында етен сәсә ине. Егет ҡеүәтле сәсеү комплексы руленә үҙе ултырып, 200 гектар майҙанда “һә” тигәнсә эште тамамлаған да.

– Атайым Нуриман Рәхмәтул­лин ғүмере буйы механизатор булып эшләне, шуға күрә ул сәсеү эштәрен яҡшы белә һәм бар яҡлап ярҙам күрһәтә. Бөтәһе 800 гектар майҙандың 200 гектарында – етен, 260 гектарҙа – арпа, ҡалғанында бойҙай сәсәбеҙ. Көндәр аяҙ торғанда, тиҙ арала эште тамам­ларға иҫәп. Һуңғы яуған ямғырҙар ер өсөн бәрәкәтле булды, дым етерлек, киләһе уңышҡа өмөт ҙур. Сәсеү эштәрен 450 гектар майҙан­да башҡарып та ҡуйҙыҡ. Май аҙағына  тулыһынса тамамларға ине, шуға күрә аҙыраҡ ялһыҙ эшләргә лә тура килә, – ти Нур Нуриман улы.

Рәсәйҙең почетлы, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғ.Б. Сәлимов етәксе­леген­дәге Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы яҙғы баҫыу эштәрен районда иң тәүгеләрҙән булып тамамланы. Кооперативтың инженерия (Ғәле Сәғәҙәтов) һәм агрономия (Ишбулды Күсәрбаев) хеҙмәттәре үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы лайыҡлы атҡарып сыҡты, етештереү майҙан­дарын­дағы эштәрҙе оҫта ойошторҙо. Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативының сәсеүлектәрен 450 гектарҙа – бойҙай, 500 гектарҙа – һоло, 350 гектарҙа – арпа, 500 гектарҙа – донник, 150 гектарҙа – рапс һәм 120 гектарҙа күстерә үләне тәшкил итә. Механизаторҙар Наил Солтанов, Самат Сәйетов һәм Айрат Туйсин агрегаттары баҫыу эштәре осоронда ысын хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтте. Сәсеүселәр Юнир Сәлихов, Айрат Сәғәҙәтов, Рауил Сәғәҙәтов, орлоҡ ташыусы меха­низаторҙар Ғәйзулла Һағынбаев һәм Ҡәнзәфәр Гөлбә­йетов, яғыулыҡ менән тәьмин иткән водитель Юнир Байегетов үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы атҡара. Әйткәндәй, 650 гектарҙағы күп йыллыҡ үлән майҙандарын тырматыуҙа Фәнил Ғәйетбаевтың хеҙмәте ҙур.

Йәмил Үҙәнбаев етәкселе­гендә­ге ырҙын табағы коллективы орлоҡто ағыулау, уны баҫыуҙарға ваҡытында оҙатыуға бик яуаплы ҡараны. Орлоҡ тейәүҙә механизатор Илшат Сирбаев һынатманы. Ашнаҡсылар Гөлиә Солтанова, Таңһылыу Сәйетова һәм Гүзәлиә Сәлихова баҫыу батырҙарын тәмле аш-һыуҙары менән һө­йөндөрҙө.

Әле Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативында сәсеү­лек­тәрҙе химик утауға һәм мал аҙығы туплау кампанияһына әҙерлек эштәре бара. Малсылыҡ тармағына килгәндә, һауын көтөүе һәм йәш мал йәйләүҙәргә сығарыл­ған, продукция етештереү артҡандан-арта.

Ғөмүмән, сәсеү игенселәр өсөн иң яуаплы осор булһа ла, бының менән генә эш бөтмәй әле. Себеште көҙ һанайҙар тигәндәй, уларҙы алда тағы ла яуаплыраҡ осор көтә, шуға күрә Баймаҡ игенселәренә “шифалы ямғырҙар яуып, сәскәнегеҙҙе имен-һау үҫтереп, мул уңыш йыйып алырға яҙһын” тип теләге килә. Ни тиһәң дә, тупраҡтың быйыл ярайһы уҡ дымлы булыуы, ямғырҙар яуып алыуы игенсе күңелендә ышаныс һәм өмөт уята.

- Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас в