Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май , 18:30

Әлшәйҙә ҡош ите һәм йомортҡаһы етештереләсәк

Башҡортостан Хөкүмәте, Һаҡлыҡ банкы һәм "УК Стар Нафта" компанияһы стратегик хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Әлшәйҙә ҡош ите һәм йомортҡаһы етештереләсәк
Әлшәйҙә ҡош ите һәм йомортҡаһы етештереләсәк

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, "УК Стар Нафта" компанияһы Әлшәй районында бройлерҙарҙың инкубация йомортҡаһын етештереү буйынса репродуктор төҙөргә уйлай.

Етештереү ҡеүәте йылына 40 миллион йомортҡа тәшкил итәсәк. Шулай уҡ бында йылына 100 мең тонна бройлер ите етештереүсе цех та төҙөләсәк.

Инвестпроекттың икенсе йүнәлеше - ауыл хужалығы ерҙәрен 100 мең гектарға тиклем еткереү, ауыл хужалығы техникаһы алыу, иген һаҡлау урындары булдырыу.

- Ҡош ите етештереү - төбәк өсөн мөһим йүнәлеш. Шуның өсөн инвесторға ярҙам итәсәкбеҙ. Республикала бының өсөн шарттар бар, – ти Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

“УК Стар Нафта” компанияһының генераль директоры Альбина Ғәзизованың билдәләүенсә, тимер юл аша Ҡытайға продукция оҙатыуға берҙәм эксперт нөктәһе лә булдырыласаҡ. Был илгә ҡатнаш аҙыҡ, ҡош ите ебәреү мөмкинлеге бирәсәк.

- Һаҡлыҡ банкы бына инде бер нисә йыл Башҡортостанда ҙур инвестпроекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа төп партнерҙарҙың береһе булып сығыш яһай, - ти Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Азамат Сәлихов. - Агросәнәғәт комплексын үҫтереү - иҡтисад тотороҡлолоғоноң бер нигеҙе. Шуға күрә төбәктең ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәренә ярҙам итеү беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө булып тора.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Әлшәйҙә ҡош ите һәм йомортҡаһы етештереләсәк
Әлшәйҙә ҡош ите һәм йомортҡаһы етештереләсәк
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в