Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Хөкүмәте, Һаҡлыҡ банкы һәм "А7 Менеджмент" компанияһы инвестиция ниәттәре тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа 26 майҙа "Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡул ҡуйылды.
Һүҙ өс проектты тормошҡа ашырыу хаҡында бара. Улар - Бөрө районында иген һәм йәшелсә культуралары үҫтереү, эшкәртеү һәм һаҡлау буйынса комплекс төҙөү; Баймаҡ районында "Күлтабан" һөтсөлөк фермаһын реконструкциялау һәм 50 мең тонна иген һаҡлау, эшкәртеү буйынса комплекс булдырыу.
- "А7" компаниялар төркөмө - беҙҙең төбәк өсөн билдәле инвестор, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - 2017 йылда улар Ейәнсура районында малсылыҡ комплексын яңыртыу буйынса проектты тормошҡа ашыра башланы. Бөгөн "А7 Агро-РБ" предприятиеһының был объекты - республикала иң яҡшыларҙың береһе. Бында һөт малсылығында иң заманса технологиялар ҡулланыла.
Проекттарға инвестицияларҙың дөйөм күләме 3,879 миллиард һум тип баһалана. 182 эш урыны булдырыу күҙ уңында тотола.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.