Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май 2023, 22:30

Республика Башлығы - Сибайҙа

"Экопарк. Терра Урал аръяғы"нда ниндәй эштәр бара?

Республика Башлығы - Сибайҙа
Республика Башлығы - Сибайҙа

Сибай ҡалаһында барған "Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Етәксе тәүҙә 1961 йылда нигеҙ һалынған Мәжит Ғафури исемендәге паркты төҙөкләндереү барышы менән танышты. Уның тәүге исеме - XXII партия съезы исемендәге ҡала мәҙәниәт һәм ял паркы. 1982 йылда бында тәүге аттракциондар ҡуйыла. 1986 йылда биләмәлә Пионерҙар йортоноң яңы бинаһы төҙөлә. 1999 йылдан парк Мәжит Ғафури исемен йөрөтә. 2011 йылда уның биләмәһендә "Ирәндек" боҙ һарайы асыла.

2020 йылдың сентябрендә Сибай Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыға һәм төҙөкләндереү эштәре башлана. Әле ул "Экопарк. Терра Урал аръяғы" тип атала.

"Был - Сибайҙа күптән төҙөкләндереүгә мохтаж берҙән-бер ҙур парк. Ул төрлө йәштәгеләрҙе ылыҡтырыу, ял итеү, спорт һәм ижад менән шөғөлләнеү, күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар уҙғарыу урыны, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Был - әүҙем эшебеҙ һәм Рәсәй конкурсында паркты реконструкциялау проекты менән еңеүебеҙ һөҙөмтәһе. Хәҙер эш - ҡалала, халыҡ бында әүҙем килергә тейеш. Элек ошо ер буш, ташландыҡ булған. Бөтә парктарҙы бына шулай үҙгәртергә кәрәк".

Паркта йәйәү йөрөү һәм рекреацион зоналар, өлкәндәр, коляскалы әсәләр, йәштәр, кескәйҙәр өсөн майҙансыҡтар эшләнгән.

Һуңғы өс йыл эсендә бында йәйәүлеләр юлдары ремонтланған, эттәрҙе йөрөтөү өсөн майҙансыҡ йыһазландырылған, яңы тышҡы яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылған, ағастар, ҡыуаҡтар ултыртылған, балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән. Таш композицияларҙан үҙәк аллея булдырылған, архитектура яҡтыртҡыстары ҡуйылған. Парктың төньяҡ өлөшөндә эскәмйәләр, перголалар, бәүелсәктәр һәм тыныс ял өсөн ҙур булмаған лаунж-зона эшләнгән. Ваҡиғалар майҙансығы, спорт коворкингы, скейт-майҙансыҡ барлыҡҡа килде.

Паркты төҙөкләндереүгә бөтәһе 270 миллион һум тотонолған. Парк шулай уҡ экоүҙәк өсөн майҙансыҡ, студенттар өсөн асыҡ баҡса буласаҡ, унда Урал аръяғы үҫемлектәре менән эшләй аласаҡтар.

Паркта Радий Хәбиров шулай уҡ Урал аръяғы райондарының милли ихаталарын ҡараны, "Халыҡ күңеле" милли премияһына эйә булған сәсәниә Асия Ғәйнуллина, "Башҡорт туңдырмаһы" компанияһы һәм Алексеевка совхозы вәкилдәре менән аралашты. Республика етәксеһе бында асылған туристик-мәғлүмәт үҙәктәренең мөмкинлектәрен дә баһаланы.

"Икенсе юлы килгәндә бында тағы ла инеп сығасаҡмын", - тине төбәк Башлығы.

Фото: "Башинформ".

Республика Башлығы - Сибайҙа
Республика Башлығы - Сибайҙа
Республика Башлығы - Сибайҙа
Республика Башлығы - Сибайҙа
Республика Башлығы - Сибайҙа
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: