Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Май 2023, 22:30

Ауылда бындай уңайлы шарттар булғас, йәшәргә мөмкин

Республика газ үткәреү буйынса икенсе урында.

Ауылда бындай уңайлы шарттар булғас, йәшәргә мөмкин
Ауылда бындай уңайлы шарттар булғас, йәшәргә мөмкин

Республика газ үткәреү программаһын тормошҡа ашырыу буйынса илдә икенсе урынға сыҡты, тип хәбәр итте Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә “Газпром төбәк-ара Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов.

Башҡортостанда 12 майға ҡарата 38 493 ғариза килһә, уның 36 897-һе буйынса килешеү төҙөлгән, был 96 процентты тәшкил итә. Йорт хужалыҡтары сиктәренә тиклем 32 385 килешеү үтәлгән, был – 88 процентҡа тиң, ә инде 23 843 йорт газ селтәрҙәренә тоташтырылған, йәғни 65 процент. Рәсәй буйынса иһә ҡабул ителгән килешеүҙәрҙең 94 проценты төҙөлгән, 67 проценты йортҡа тиклем һуҙылған һәм 34 проценты тоташтырылған.

Мәғлүм булыуынса, газға тоташтырыу буйынса ташламалы махсус программалар ҙа ғәмәлдә. Мәҫәлән, айырым категорияға ҡараған граждандарға 100 мең һум күләмендә сертификат бирелә. Әле был программа буйынса 8434 ғариза бирелһә, уның 7698-е үтәлгән, йәғни 91 процент.

Газ тоташтырыу программаһы халыҡтың күптәнге хыялын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткән. Ҡариҙел районында ла ошо программа күптәрҙең йорттарын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыуға ярҙам булған. Улар араһында Ҡариҙел ауылында йәшәгән Зәлифә Фаязова ла бар.

Зәлифә Таһир ҡыҙы 2020 йылда Екатеринбург ҡалаһынан күсеп килгән. Дүрт бала әсәһе булғас, ул газ үткәреүгә 100 мең һум күләмендәге сертификат алған.

– Ауылға күсеп килгәс, ошо йортто һатып алдыҡ. Урамдан газ үткән, әммә өйгә тоташтырылмаған ине. Күп функциялы үҙәктә газ үткәреү программаһы барлығы тураһында әйттеләр. Мин унда ғариза тапшырҙым. Дәүләт биргән сертификаттың 75 мең һумын – йортҡа зәңгәр яғыулыҡ тоташтырыуға, ҡалғанын газ плитәһен алыуға тотондоҡ. Ә инде эске эштәрҙе үҙебеҙҙең иҫәпкә эшләттек. Быйыл Яңы йылды йылыла ҡаршыланыҡ. Ауылда бындай уңайлы шарттар булғас, йәшәргә мөмкин.

Минең бәлиғ булмаған дүрт балам бар. Дәүләт беҙҙең кеүек күп балалы ғаиләләргә ярҙам итә. Мәктәптә бушлай ашаталар, балалар баҡсаһына ла түләмәйбеҙ. Тормоштоң ҡәҙерен белеп кенә йәшәргә ҡала, – ти Зәлифә Фаязова.

Автор фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: